Рәсәй Президенты Владимир Путин көрсөк осоронда эшһеҙ ҡалған һәм унан һуң эшкә урынлаша алмаған кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтеү зарурлығы хаҡында белдерҙе.
Был хаҡта ул кисә иҡтисади мәсьәләләр буйынса үткән видеоконференция режимында үткән кәңәшмәлә белдерҙе.
“Әйтеп үтеүемсә, хеҙмәт баҙарында хәл һаман да көсөргәнешле ҡала килә. Ауыр хәлдә ҡалған һәм әле лә эш таба алмаған граждандарға ярҙам итергә кәрәк”,– тине ил башлығы.