+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 13:47

«Колибри» вирусҡа ҡаршы

Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә «Колибри» ЯСЙ-һы ла үҙенең өлөшөн индерә. Илдең төрлө мөйөштәрендә һаулыҡ һағында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре предприятие эшселәре теккән вирустан һаҡланыу костюмдарында сирлеләрҙе ҡотҡара.

Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә «Колибри» ЯСЙ-һы ла үҙенең өлөшөн индерә. Илдең төрлө мөйөштәрендә һаулыҡ һағында эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре предприятие эшселәре теккән вирустан һаҡланыу костюмдарында сирлеләрҙе ҡотҡара.
— Пандемия башланғас, башта аптырауға ҡалдыҡ. Сауҙа нөктәләренең ябылыуы беҙҙең тауарға һорауҙы ҡырҡа кәметте. Келәт тулы әйбер һатылмай ятып ҡалһа, заказ биреүселәр менән эш туҡтаны, – тип һөйләй йәмғиәт директоры Л. Ш. Заһитова.
Ләкин цехтарҙа эшмәкәрлек туҡтатылмай. Әйтергә кәрәк, Әбйәлил ҡыҙы Линара Заһитова етәкләгән предприятие Урал аръяғы райондары буйынса 6 тегеү цехын берләштерә һәм уларҙың икәүһе беҙҙең районда — Дәүләттә һәм Хәлилдә урынлашҡан. Ил буйынса битлек режимы индерелеүе, быға бәйле медицина битлектәренә ихтыяж артыуы ошо йүнәлештә эшләргә этәрә. Сертификат алып, күп тапҡыр ҡулланып була торған битлектәр тегә башлайҙар. Covid инфекцияһының ҡотороуы медицина кейемдәре етештереү буйынса талапты ла көн үҙәгенә сығарғас, «Колибри» ЯСЙ-һы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә теркәлеп таныҡлыҡ ала. Тегенселәр бер нисә ай дауамында эш станоктары артынан тормай тиерлек вирустан һаҡлаусы костюмдар тегеү менән мәшғүлдәр.
— Комбинезондар тегеүгә махсус медицина спандбондын ҡулланабыҙ. Бөгөнгө көндә лә һорау ҙур.
Ҙур ойошмалар менән берлектә тегеү буйынса заказдарҙы үтәйбеҙ, айырым ғына үҙебеҙ ҙә тендерҙарҙа ҡатнашабыҙ. Алты цехта бер аҙнала уртаса 8 мең костюм тегелә. Тегеүҙән алда бесеү, аҙаҡ әҙер изделиеларҙы ҡаптарға һалыу, этикеткалар ҡуйыуға тиклем барыһы ла үҙебеҙҙә башҡарыла, — ти Линара Шәрифйән ҡыҙы.
Мәғариф бүлеге заказы буйынса райондың бөтә мәктәп уҡыусыларына етерлек күләмдә битлектәр тегә башлағандар. Уларҙы медицина сертифи-кацияһы үткән балалар кейеме өсөн ҡулланылған махсус гипоаллерген кизе-мамыҡ туҡыманан әҙерләйҙәр.
«Колибри» ЯСЙ-һы быйыл Башҡортостан еңел сәнәғәт ассоциацияһына инеп, берҙәм мәктәп формаһы тегеүҙә лә ҡатнашҡан. Әле балалар уҡыуға кейеп йөрөгән бомберҙар үҙебеҙҙең район тегенселәренең күҙ нурҙарын һеңдергән. Киләһе йыл мәктәп формаһын тегеүгә ихласлап тотонорға ниәтләйҙәр.
Линара Шәрифйән ҡыҙын халыҡтың эшләргә ынтылмауы ғәжәпләндерә. Дәүләттәге йөҙ кешегә иҫәпләнгән тегеү цехында биш тегенсе эшләй, Хәлилдә лә хәлдәр шулайыраҡ. Хеҙмәт хаҡы эшләнеш күләменә ҡарап түләнә, тулы соцпакет ҡаралған. Тегергә өйрәтеү бушлай. Дүрт йылдан ашыу Гусевтан Дәүләткә йөрөп эшләүсе профессионал тегенсе Гүзәл Мостафина (һүрәттә) элегерәк ике көн эш, ике көн ял графигы буйынса эшләһә, хәҙер үҙ теләге менән 5 көнлөк режимға күскән. «Аҡса эшләү мөмкинлеге барҙа, өйҙә ятып түҙеп булмай», — ти айына 30 меңдән ашыу эш хаҡы алыусы оҫтабикә. Йәнгелдән алты бала әсәһе Миңзәлә Туғанбаева ла бишенсе йыл эшләй. Илгизә Ирғәлинаның тегенсе стажы өс йыл. Тәүҙә Билалдағы цехҡа урынлашҡан, Яңауылға кейәүгә сыҡҡас, Дәүләткә эшкә күскән, тиҙҙән түләүле декрет ялына китәсәк. Рәзинә Вәлиева цех асылған ваҡытта тегенсе булып килгән, аҙаҡ йәмәғәт туҡланыуы системаһында эшләп, хәҙер яңынан «Колибри»ға ҡайтҡан.
Ике ҡатлы ҙур бинала урынлашҡан Хәлил цехында 9 тегенсе эшләй. Бер хеҙмәткәр етештерелгән тауарҙарҙы тәҫләп ҡаптарға һалыу менән булыша. Цех менән Тәнзилә Шөғүрова етәкселек итә, ул иҫәп-хисап эшен дә алып бара. Хәлилидән күп балалы әсәләр Гөлнәзирә Ямалова, Земфира Баракова, Ишбулды ауылынан Гүзәл Әлимғужина һәм Рәмилә Хәлисова цех асылған тәүге көндәрҙән эшләүсе ышанысты аҡлаған тәжрибәле тегенселәр. «Эш хаҡыбыҙ һәйбәт. Стаж бара, ялыбыҙ түләүле», — тип ауыл өҫтөндә эш булыуына ҡыуана ҡатын-ҡыҙҙар.
«Колибри» ЯСЙ-һы Мәскәү, Екатеринбург, Ҡурған, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан күмәртәләп һатып алыусы даими партнерҙары менән эшләй, яңы бәйләнештәр булдыра. Кизе-мамыҡ туҡыманан кейемдәр, махсус эш кейеме, курткалар, балалар кейеме тегеү буйынса тәжрибәләре ҙур. Берәмләп һатып алыу-сылар өсөн Асҡарҙа һәм Баймаҡта эшләүсе «Lin’co» магазиндары йәмғиәт етештергән бөтә ассортиментты бик түбән хаҡҡа тәҡдим итә.
Читайте нас: