Ишҡол халҡы «Сәләмәт ауыл» конкурсында ҡатнашырға дәррәү ризалашып, дөргөн рәүештә эш башлаған. Ауылдың әүҙем йәмәғәтсеһе, ветерандар советы рәйесе Гөлсөм Аҫылғужина менән йыл башынан конкурс сиктәрендә уҙған сараларҙы барланыҡ.
— Бәйгегә яңы йылға аяҡ баҫҡан тәүге минуттарҙа старт бирелде. Боҙ ҡаласығында ауыл советы депутаттары Илнур Баязитов, Сабир Шәһәрғазин, физкультура уҡытыусыһы Венер Боҫҡонов төрлө спорт ярыштары ойошторҙо. Уйындар йыр-бейеү менән аралашты, — ти Гөлсөм Иштимер ҡыҙы. — Урамдарҙы байрамса биҙәүгә ауылдаштар үҙ өлөштәрен индерҙе: Нурзиә Мәхмүтова йорто янында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Венер Кейекбаев һырғалаҡ эшләне. Фәриҙә Муллахмәтова, Мәфрүзә менән Рәжәп Ширияздановтар, Раян Баязитов йорт алдарын йәмләне.
Ҡышҡы каникул Ишҡол малайҙары һәм ҡыҙҙары өсөн онотолмаҫлыҡ булған. Ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе Мәфрүзә һәм Рәжәп Ширияздановтар үҙҙәренең биҙәлгән шыршыһы һәм ҡар тауы, һыу ташып туңдырған боҙ майҙансығында балалар һәм ололар өсөн уйындар, хоккей ярышы үткәреп, бағымсы булып ауылдаштарына матур ял ойошторған.
Ағинәйҙәр күңелле итеп сана байрамы уҙғарған. Балалар менән ололар кинәнеп сана шыуған арала Хәмирә менән Ишбулды Кейекбаевтар самауыр ҡайнатып, тәмле сәй менән һыйлаған. Венер Кейекбаев һәм Тимербулат Баһауетдинов яңы йыл байрамдары осоронда көндөҙ балалар, кискеһен ололар өсөн саф һауала төрлө ярыштар, уйындар ойошторған.
Ишҡол урта мәктәбендә абруйлы шәхес Рәфҡәт Махийәнов исемендәге призға волейбол ярышы үткән. Ярышта алты команда ҡатнашҡан. Рәфҡәт Ильяс улының балалары уйынсыларға шәп бүләктәр әҙерләгән.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары күптән скандинав таяҡтарын үҙ иткән. Саф һауала кис йөрөп килеүгә ни етә! Хатта 79 йәшлек Хөпъямал Вәлиеваның да сәләмәт тормош яҡлылар хәрәкәтенә ҡушылыуы башҡалар өсөн үрнәк булған.
— Беҙҙең ветерандар советы «Эсмә араҡы, эс буҙа, йән-тәнеңә ал шифа» девизы аҫтында «Буҙа байрамы» уҙғарҙы. Рауил биләмәһенең өс ауылынан буҙасылар ҡатнашты. Был шифалы боронғо эсемлек тураһындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән аралаштырылған дәртле йыр-бейеүҙәр тамашасылар күңеленә хуш килде. Рухлы, милли байрам булды, — ти Г. Аҫылғужина.
Ишҡолдар районда тәүгә «Балыҡсылар байрамы»н үткәргәне тирә-яҡҡа мәғлүм булды. Байрам көткәндәгенән дә шәп килеп сыҡҡан. Ҡыҙыл йылғаһы буйы һабантуй кеүек гөрләп торған. Төп ойоштороусы, депутат Сабир Шәһәрғазин музыканы ла яңғыратҡан, электр сәйнүктәр ҙә ҡайнап, байрамға килеүселәрҙе эҫе сәй менән һыйлағандар. Иң ҡыуандырғаны — сәмле ярышҡа ир-егеттәрҙең күп килеүе. Улар бер-береһе менән ихлас аралашып, бер-береһен уҙырға тырышып балыҡ тотҡан. Балалар ҙа ситтә ҡалмаған.
— Башҡорт теле йылы һәм «Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә Рауил ауыл биләмәһе башлығы А. И. Солтанов, китапханасы Р. Ш. Ирғәлина, Л. Ә. Шаһморатова етәкселегендәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы ағзалары, ағинәйҙәр ҡатнашлығында «Урал батыр» эпосына арнап ҙур сара ойошторҙоҡ, — тип һөйләй әүҙем йәмәғәтсе Гөлсөм апай. — Унда район ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Линиза Сәғәҙиева, мәғариф бүлеге, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, йәш сәсәндәр мәктәбе, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы етәксеһе, шағирә Фәнүзә Биктимерова һәм берекмә вәкилдәре, районыбыҙҙың оло йәштәге данлыҡлы сәсәндәре, имамдар килде. Ә инде республикабыҙҙың арҙаҡлы сәсәниәһе, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәеваның район сараһында ҡатнашыуы уға әһәмиәт, бәҫ өҫтәне.
Ишҡол мәҙәниәт йортонда ветерандар советы инициативаһы һәм эш планы буйынса «Йолалар байрамы» уҙған. Биләмәнең дүрт ауылынан ағинәйҙәр һәм ветерандар халҡыбыҙҙың матур йолаларын күрһәткән. Ишҡолдар «Килен төшөрөү һәм йыртыш», дәүләтшалар «Килен һөйөү», рауилдар «Ҡот ҡойоу», Тәпән ағинәйҙәре бик һирәк күрһәтелгән «Балсыҡ баҫыу» йолаһын сәхнәләштергән.
Ауыл халҡын берләштергән тағы бер ҙур байрам — ҡышҡы һабантуй уҙғарылған. Ҡыҙыл буйында балалар ҙа, ололар ҙа хоккей, футбол уйнаған, күңелле старттар, быйма ырғытыу ярышы, тоҡ менән йүгереү мылтыҡ атыуҙа көс һынағандар. Байрам шул тиклем күңелле булған, хатта яңынан ойоштороуҙо һорағандар.
Мәҙәниәт йорто спортзалында уҡыусылар араһында милли көрәш буйынса район турниры үткән. Ишҡол командаһы беренсе урын, дәүләттәр икенсе урын, Ишбулды ауылы командаһы өсөнсө урынды яулаған. Ә абсолют чемпион исемен Ишҡол батыры Ильяс Ҡаһарманов яулаған.
8 Март байрамы уңайынан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бәйге лә ифрат сәмле уҙған. Гүзәл зат вәкилдәре үҙҙәренең бар яҡтан оҫта, алтын ҡуллы булыуҙарын күрһәткән.
Башҡорт теле йылына арнап мәҙәниәт йортонда «Илде ил иткән — Тел, Рух, Ер» исемле мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәр район конкурсы үткән. Гран-при — Сәлимә Хәйруллина (Нияҙғол ауылы), беренсе урын Илсиә Ҡасимова (Хәмит), икенсе — Фатима Һибәтова (Рысҡужа), Гөлсәсәк Зәйнуллина (Красная Башкирия), өсөнсө урын Хөбъямал Вәлиева (Ишҡол), Мәүлиҙә Кәримоваға (Әбделмәмбәт) бирелгән. Ғаиләләр һәм төркөмдәр араһында призлы урындарҙы Илдар менән Линар Мәһәҙиевтар, «Гөлнәзирә», «Йәнгүзәл» фольклор ансамблдәре, Ишҡол ағинәйҙәре Юлдаштан фольклор төркөмө алған. «Үткәндәргә тоғролоҡ» номинацияһында Флүрә Рәхмәтуллина (Асҡар), «Нәфис һүҙ оҫтаһы» номинацияһында Флүрә Әбүшахманова (Асҡар) еңгән.
Пандемия башланғас, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар иң тәүҙә ярҙам ҡулы һуҙған. Ишҡол һәм Исҡужа ауылдарының ололары район дауаханаһы медиктарына ярҙам йөҙөнән маскалар тегеп биргән. Был изге эштә үҙҙәре медик булған Зөһрә Мәхмүтова менән Сәриә Ниғмәтуллина иң беренсе булған. Хәмирә Кейекбаева, Гөлсөм Аҫылғужина, Мәрфуға Булатова, Рима Баязитова, Гөлсирә менән Миңзиә Ҡаһармановалар, Гүзәл Ишбулатова, Альбина Вәлиева, Гөлшат Кейекбаева, Гөлсәсәк Вәлиева, Зифа Ҡадирова, Зөләйха Сафиуллина, Мәүлиҙә Сафина, Фәнүзә Тимерйәнова был акцияға үҙ өлөшөн индергән.
— «Сәләмәт ауыл» район конкурсы һәм Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә таҙалыҡ өмәләре үтте. Һәр йомала тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү эштәре уҙғарылды, — ти Г. Аҫылғужина. — Биләмәлә иғлан ителгән «Иң яҡшы ихата» конкурсына йыл аҙағында йомғаҡ яһаясаҡбыҙ.
Йәй ҡоро килгәс, ағинәйҙәр өс тапҡыр ямғыр теләү йолаһын атҡарҙы. Был эште ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе, ветеран уҡытыусы Мәҫкүрә Ғәбитова башлап йөрөнө, ти әңгәмәсем.
Бынан тыш, Ишҡолда тағы байтаҡ саралар уҙған. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған хәтер акциялары, флешмобтар, төрлө даталарға арналған конкурстар, спорт уйындары, иң өлгөлө, уңған ғаиләләр, ир-ат кәсептәре, оҫталыҡ бәйгеләре, хужабикәләр араһында гөл-сәскә үҫтереү, аш-һыу бешереү, тегеү-сигеү буйынса ярыштар дәррәү уҙған. Уларҙың ҡайһылары карантин сәбәпле онлайн уҙғарылған, ә былай концерт-сара ойоштороу өсөн бынамын тигән ял паркы бар Ишҡолда! Ауылдың ҡыҙыҡлы, йәнле тормошо «Бәйләнештә» селтәрендәге «Ишҡол — сәләмәт ауыл» сәхифәһендә яҡтыртыла, был эште Гөлсөм Иштимер ҡыҙы үҙе алып бара.
— Рауил биләмәһе башлығы Абдулхаҡ Солтанов, депутаттар Илнур Баязитов, Сабир Шәһәрғазин, Фәйез Мөхәмәтдинов, Гөлнара Кейекбаева һәр сарала ярҙам күрһәтә. Мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә эшләйбеҙ. Бигерәк тә ветерандар советы, «Йәнгүзәл» фольклор ансамбле ағзалары, ағинәйҙәр әүҙем ҡатнаша. Аш-һыу, күп ярыштарға бүләктәрҙе өйҙән алып килеп бағымсылар ҙа булдылар. Уларҙың барыһына ла рәхмәт, — тине Г. Аҫылғужина. — «Сәләмәт ауыл» конкурсы халыҡтың рухын, сәмен уятты, берләштерҙе. Тағы ла төрлө саралар үткәреү буйынса пландар билдәләнгән, бергәләп уларҙы тормошҡа ашырырбыҙ тигән ниәттәбеҙ.