Рәсәй Президенты Владимир Путин Генпрокуратураға, ФСБ-ға һәм Эске эштәр министрлығына етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән эш итеү тураһындағы закондың үтәлешен тикшерергә ҡушты.
Ил Башлығы айырыуса етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын өҫтәмә сеймал сығанаҡтары сифатында хужалыҡ әйләнешенә индереү хаҡында закон талаптарын үтәлешенә иғтибар йүнәлтелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Бынан тыш, Генпрокуратураға ФСБ һәм Эске эштәр министрлығы менән берлектә тирә-яҡ мөхиткә насар тәъҫир иткән шәхси объекттарҙы ла тикшерергә ҡушылды.