+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2020, 18:35

“Йәш профессионалдар” көс һынаша

6 сентябрҙән “Йәш профессионалдар” VIII Бөтә Рәсәй чемпионатының финалы бара. #национальныепроекты#региональныепроекты#нацпроектыБашкортостан

6 сентябрҙән “Йәш профессионалдар” VIII Бөтә Рәсәй чемпионатының финалы бара.
Чемпионат финалында Башҡоростандың 84 конкурсанты “Йәш профессионал” исеме өсөн көрәште дауам итә. Улар — V төбәк чемпионатында еңеү яулаған һәм Бөтә Рәсәй һайлап алыу ярыштарында уңышлы сығыш яһаған егеттәр һәм ҡыҙҙар.
Әлегә улар беҙҙең республикаға бер алтын һәм ике бронза миҙал яуланы.
“Фармацевтика” буйынса финалда Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенты Земфира Абдуллина еңеүсе булды.
“BIM мәғлүмәти моделләштереү технологиялары” компетенцияһын Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь-хужалыҡ колледжы студенттары Аяз Ахунйәнов һәм Данис Байков тәҡдим итте һәм егеттәр бронза миҙалдар алды.
“Йәш профессионалдар” чемпионатының финалы 21 сентябргә тиклем дауам итә.
Читайте нас: