+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2020, 12:05

Йәшел ҡалҡан һағында

Райондың иң ҙур урмансылығы — Буранғол участкаһы һеҙ һүрәттә күргән ошо ике ир-егет — Илфат Ғайсин менән Ирәмән Фәйезов иңендә. Илфат Фәйез улы Буранғол урмансылығы начальнигы вазифаһын башҡарһа, Ирәмән Таштимер улы мастер булып эшләй.

Райондың иң ҙур урмансылығы — Буранғол участкаһы һеҙ һүрәттә күргән ошо ике ир-егет — Илфат Ғайсин менән Ирәмән Фәйезов иңендә. Илфат Фәйез улы Буранғол урмансылығы начальнигы вазифаһын башҡарһа, Ирәмән Таштимер улы мастер булып эшләй.
Ғүмер буйы урмансылыҡта эшләгән атаһына бәләкәй сағынан ярҙамлашып үҫкән Илфат эшенең нескәлектәрен тулыһынса белә. Етенсе кластан ағас ултыртыу, селек һепертке бәйләү, сыйырсыҡ оялары эшләп ҡуйыу, ҡыш урман йәнлектәрен ашатыу — быларҙың барыһын да егет күңеленән үткәрә. Магнитогорск индустриаль-педагогия техникумын тамамлап һөнәре буйынса эшкә тотона. Тик урмансы атаһы Фәйез Тәфтизан улы ыңғайына ерҙең йәшел ҡалҡаны яҙмышы өсөн борсолоп үҫкән Илфат хеҙмәт юлын ҡырҡа үҙгәртеп, урмансылыҡҡа килә. 2012 йылда урман мастеры булып эш башлаған хеҙмәткәр үҙен тырыш, яуаплы белгес итеп күрһәтә.
Ирәмән иһә Өфө урман техникумын тамамлаған һәм Буранғол урман участкаһында мастер булып эшләүенә йыл тулған. Ул да урман, тәбиғәт өсөн янып-көйгән егет. Ике хеҙмәткәр ҡарамағына 43 мең 265 гектарҙағы биләмә бирелгән. Райондағы алты урман участкаһы араһында был майҙан иң ҙуры, шулай булыуға ҡарамаҫтан улар бөтә йөкләмәләрҙе теүәл үтәп иң алдынғы участка иҫәпләнәләр.
Әлеге ваҡытта Илфат Ғайсин менән Ирәмән Фәйезов киләһе йылға ағас үҫентеләре ултыртыу өсөн ер әҙерләү менән мәшғүл. Йыл һайын 2 гектарҙан ашыу майҙанға ҡарағай ултырталар. Үҫентеләр менән Ҡырҙас питомнигы тәьмин итә. Ғөмүмән, урмансылыҡтар араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек бара. Мәҫәлән, Буранғол участкаһы йыл да ике тонна тубырсыҡты Ҡаҙмаш урмансылығына тапшыра, унда киптерелә һәм әҙер орлоҡтар Ҡырҙас питомнигына оҙатыла. Был бик мәшәҡәтле һәм оҙайлы эш: ҡарағас тубырсығын сентябрҙә, ҡарағайҙыҡын ҡыш йыйырға кәрәк, юғиһә тубырсыҡ асыла. Киптергестән һуң йөҙ килограмм тубырсыҡтан ни бары 700 грамм орлоҡ сыға. Питомникта үҫентеләрҙе тәрбиәләү еңел түгел. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә урманды янғындан һаҡлау, ағас ултыртыу, һирәгәйтеү, санитар-һауыҡтырыу сараларын ваҡытында үткәреү, урман юлдарын тәртиптә тотоу, халыҡҡа ағас үлсәү — барыһына ла өлгөрөргә кәрәк. Миҙгелле, ҙур эштәргә халыҡ, еңелерәктәренә уҡыусылар ҙа йәлеп ителә. Уларҙың ҡул көсө гектарына ҡарап түләнә.
— Илфат Ғайсин менән Ирәмән Фәйезов — үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған, ваҡыт менән һанашмаған тырыш хеҙмәткәрҙәребеҙ, — ти Әбйәлил урмансылығы директоры урынбаҫары Илгиз Кинйәбулатов. — Эшкә лә өлгөрәләр, коллектив тормошонда ла әүҙемдәр, спортҡа, йыр-моңға маһирҙар.
Урмансы булыу еңел булмағанын был хеҙмәттә эшләп ҡарағандар ғына беләлер. Ҡышҡы һыуыҡта, яҙғы-көҙгө өҙәремдә урман юлын тапаған, төп байлығыбыҙ һағында торған, уны яҡлау-ҡурсалауға үҙ өлөштәрен индергән ир-егеттәрҙең фиҙаҡәрлеге тик маҡтауға лайыҡ.
— Эшебеҙҙҙе яратҡанға, уға бөтә күңелебеҙҙе һалғанға ауырлығы һиҙелмәй, — ти Илфат менән Ирәмән. — Осраҡтан файҙаланып, бөтә урмансыларҙы һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ҡотлайбыҙ, именлек, хәүеф-хәтәрһеҙ көндәр теләйбеҙ.
Читайте нас: