+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2020, 12:56

Башҡортостанда яңы завод төҙөләсәк

Дыуан районының Ярославка ауылында иген культуралары, ҡуҙаҡлылар, техник культураларҙың юғары категориялы орлоҡтарын етештереү буйынса завод төҙөлә башланы. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дыуан районының Ярославка ауылында иген культуралары, ҡуҙаҡлылар, техник культураларҙың юғары категориялы орлоҡтарын етештереү буйынса завод төҙөлә башланы. Проект 2024 йылда сафҡа индереләсәк. Уны төҙөүгә йәмғеһе 147 миллион һум аҡса сарыф ителәсәк.
Төҙөлөш барышы менән был төбәккә эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров та танышҡайны.
“Ярославский” ауыл хужалығы предприятиеһы рәйесе Владимир Хромцев билдәләүенсә, төҙөлөштө финанслауға Рәсәй ауыл хужалығы банкынан һәм “Росагролизинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән 117 миллион һумлыҡ кредит алынған. Предприятие үҙенең 29 миллион һум аҡсаһын йүнәлткән. Әлеге мәлдә бөртөклөләрҙе таҙартыу комплексы йыйылған, махсус йыһаздар урынлаштырылған.
Яңы төҙөләсәк завод төбәк Хөкүмәте тарафынан раҫланған “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы тауарҙарын, сеймалын, һатыу баҙарын көйләү” дәүләт программаһына ярашлы атҡарылған эштәр иҫәбенә индерелгән. Башҡарылған барлыҡ эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү" милли поектын ғәмәлгә ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: