-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2020, 11:50

Төҙөлөштө арттырыу мөһим

Республикала төҙөлөш тармағы һәм архитектураны үҫтереү буйынса программа һөҙөмтәле эшләргә тейеш.

Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында “Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш тармағын һәм архитектураһын үҫтереү” дәүләт программаһына индерелгән үҙгәрештәр ҡаралды.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Рәмзил Күсәрбаев белдереүенсә, был программаға ярашлы, 2020 йылда сараларҙы 11 миллиард 838 миллион һум күләмендә финанслау күҙаллана. Тәҡдим ителгән проектта республикала торлаҡ төҙөү күләменә лә төҙәтмәләр индереү ҡаралған. Быйыл Башҡортостанда – 3,044 миллион квадрат метр, киләһе йыл 2,919 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү планлаштырыла.
“Торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан ғаиләләр һаны” һәм “торлаҡ алыу мөмкинлеге” кеүек күрһәткестәрҙә лә үҙгәрештәр бар.
Кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына бер ай эсендә 2021 йылға Башҡортостандың һәр биләмәһендә күп фатирлы торлаҡ төҙөлөшө буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
"Беҙҙә бөтә республика буйынса күп фатирлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мөмкинлеген биргән йоғонтоло һәм һөҙөмтәле программа булырға тейеш", – тине ул.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: