+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2020, 12:08

Асҡарҙа көҙгө йәрминкә үтәсәк

9 октябрҙә Асҡарҙың үҙәк майҙанында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантана һәм ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторола.

9 октябрҙә Асҡарҙың үҙәк майҙанында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантана һәм ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторола. Үҙҙәренең хужалыҡтарында, шәхси ихаталарында үҫтергән, етештергән мул уңыш менән сауҙа итергә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, эшҡыуарҙар һәм башҡалар саҡырыла. Башлана 10 сәғәттә.
Йәрминкәгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса район хакимиәтенең инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса секторына, Р. Ф. Ҡунаҡбаеваға (2-15-34, 8-960-391-72-28) йәки ауыл хужалығы бүлегенә (2-11-76) мөрәжәғәт итергә була.
* * *
Ошо уҡ көндө редакция эргәһендә ташламалы хаҡ менән райондың «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә яҙылырға һәм бүләктәр оторға мөмкин.
Ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: