+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2020, 11:30

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ”Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Ул республикала йәшәгән оло йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелә. #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Поликлиникаларҙа «көмөш сәғәт» индерелә. Ошо ваҡыт арауығы, шартлы итеп әйткәндә, ике-өс сәғәт, өлкән йәштәгеләргә генә диспансеризация үткәреү өсөн файҙаланыласаҡ. Шулай уҡ медицина учреждениеларында өлкән быуын кешеләре өсөн махсус һаулыҡ мәктәптәрен асыу күҙаллана. Унда рациональ туҡланыу, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса курстар ойоштороу ҡарала. Комплекслы медицина тикшереүе ойошторған сәләмәтлек поездарының эше адуам ителәсәк.
Программаның тағы бер йүнәлеше туризмға бәйле. Туризм буйынса дәүләт комитеты яғынан тыуған төйәгебеҙ буйлап сәйәхәт итергә, яңы ерҙәрҙе күрергә теләгәндәргә экскурсиялар өсөн субсидия бүлеү планлаштырыла. Пенсионерҙарға компьютерҙы үҙләштереү өсөн сертификат алыу мөмкинлеге лә бирелә. Башҡортостанда пенсионерҙар өсөн спартакиаданы ла әүҙем үҫтереү ҡарала. Республика башлығы һүҙҙәренсә, ололар үҙҙәрен йәмғиәт өсөн файҙалы һәм кәрәкле итеп тойһон өсөн уларҙы артабан да ирекмәндәр хәрәкәтенә йәлеп итергә йыйыналар.
Указ менән шулай уҡ Башҡортостан Башлығының «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проектының саралар планы раҫлана, уны бойомға ашырыу буйынса ойоштороу комитеты булдырыла. Проектты ғәмәлгә ашырыуҙың координаторы – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Читайте нас: