+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2020, 11:26

Хәлил мәсете иң боронғо иман йорттарының береһе

18-се быуатта барлыҡҡа килгән Хәлил ауылы тиҙ арала ошо төбәктә йәшәгән башҡорттар, ҡаҙаҡтар һәм башҡа милләт халыҡтары өсөн мәҙәни, сауҙа һәм дини үҙәккә әйләнә.

18-се быуатта барлыҡҡа килгән Хәлил ауылы тиҙ арала ошо төбәктә йәшәгән башҡорттар, ҡаҙаҡтар һәм башҡа милләт халыҡтары өсөн мәҙәни, сауҙа һәм дини үҙәккә әйләнә. 1795 йылда Хәлилдәге 40 йортта 194 башҡорт, 20 йортта 120 татар йәшәүе билдәле, улар араһында данлыҡлы дин әһелдәре, булдыҡлы сауҙагәрҙәр ҙә булған. Ауылдың уртаһында, Дарыулы йылғаһы буйында, ҡарағас бүрәнәләрҙән бурап эшләнгән, һырланған таҡталар менән биҙәлгән, ете тәҙрәле, бер үк ваҡытта 150 кеше намаҙ уҡый алырлыҡ, ҙур, иркен мәсет, йәшел манараһы менән әллә ҡайҙан күҙгә ташланып ултырған, мәҙрәсә лә эшләгән.
Рәсәйҙә батша ҡолатылып, власҡа большевиктар килгәс, Аллаһтың барлығы инҡар ителеп, дин тыйыла, диндарҙарҙы эҙәрлекләү башлана. Был сәйәсәттең шауҡымы Хәлилгә 1936 йылда килеп етеп, мөһабәт мәсеттең манараһы ҡолатыла. Был эште атҡарыусы Рауил ауылынан Әбдрахман тигән кеше була, уға ауылда йәшәүсе коммунистар һәм комсомолецтар булышлыҡ итә. Тик ике кеше генә — мәсеткә ҡаршы йәшәгән Кәбир ҡарт Төркмәнов, улы Ниғмәт менән һәнәк тотоп, уларға ҡаршы тороп ҡарай, ә башҡа халыҡ уларға ҡушылмай. Әбдрахман тәүҙә манараның айын бысып ташлай, шунан арҡан бәйләп, тартып, манараның үҙен дә ҡолатып төшөрәләр.
Иман йорто бинаһын тәүҙә иген келәте итеп файҙаланалар, унан һуң оҙаҡ йылдар клуб булып хеҙмәт итә. 1964 йылда клуб икенсе урынға күскәс, ташландыҡ хәлгә ҡалған мәсетте һүтеп, ағас бүрәнәләренән күпер эшләйҙәр.
Советтар Союзы тарҡалғас, дингә ҡыҫым кәмей, дини эшмәкәрлек алып барыу рөхсәт ителә. Шул рәүешле, Хәлилдә лә дини мәхәллә төҙөлә һәм уның мөьәзине итеп Мәсәғүт Сөнәғәт улы Мортазин раҫлана (быны 1993 йылдың 18 октябрендә бирелгән таныҡлыҡ дәлилләй). Мәхәллә ағзалары булып Солтанмәхмүт Дәүләтов, Моталлап Әлибаев, Нуретдин Ғәлин, Әнүәр Мөхәмәтғәлин, Мөхәррәм Муллағолов, Зәйтүнә Дәүләтова, Зөһрә, Гөлсинә, Зәйтүнә Ғәлиналар, Разия Ғәлимова, Ишбикә Дәүләтова тора. Мәхәлләнең тәүге йыйылышында иман йорто кәрәклеге тураһында һорау күтәрелеп, сығышы менән Хәлил ауылынан булған ул саҡтағы район башлығы Заһир Ғәлинға ағас бүлеүҙе һорап, ғариза яҙыла. Хәлилдәрҙең был һорауы ыңғай хәл ителә. Колхоз рәйесе Ғилметдин Шөғүров ағас сығарыуға тракторҙар бирә һәм Нуретдин Ғәлин етәкселегендә ир-аттар ағасты алып ҡайта. Был эшкә Хәлил мәктәбенең уҡытыусы ир-егеттәре лә ҙур өлөш индерә.
Мәсет бинаһын бурауҙа һәм күтәреүҙә, таҡта ярыуҙа, тәҙрә, ишек яҡтауҙары эшләүҙә Мәсәғүт Мортазин, Нуретдин Ғәлин, Таһир Ҡарағолов, Ғәлийән һәм Ғәле Ғәлиндар, Разаитдин һәм Иршат Сәйетбатталовтар, Басир һәм Мират Ҡусҡаровтар, Әшираф һәм Мөхәррәм Муллағоловтар, Таһир һәм Азамат Дәүләтовтар, Арслан Хәйбуллин, Ғәйнислам Әсәҙуллин, Хәлил Ушанов, Ирәмән һәм Өлфәт Уйылдановтар, Ирәмән Төркмәнов, Айҙар Йыһаншин, Мират Ласынов, Марат Рәхмәтуллин, Арслан Сарбаев, Зәкир Ғәлин, Ислам Амангилдин, Фәнис Хаҡыев, Булат Шаһивәлиев, Ишдәүләт Уйылданов, Вәзир Моталов, Әбделғәни Әбделғазин, Ишбулат Уйылданов, Йыһанур Рәсүлев һәм башҡалар әүҙем ҡатнаша.
Төҙөлөш эштәрен ойоштороу, өмәселәрҙе ашатыуҙы мөьәзин Мәсәғүт апа һәм уның ярҙамсыһы Н. Ғәлин, уларҙың хәләл ефеттәре Йомабикә Әбделхәлим ҡыҙы һәм Зәйтүнә Шаһиғәлләм ҡыҙы үҙ иңдәренә ала.
Мәсеттең манараһын Ишбулдынан рәссам Мөхтәр Бейешов эшләп бирә һәм бейек манараны күмәк халыҡ көсө менән, арҡан ярҙамында күтәреп ултырталар, колхоз электригы Наил Мусин мәсеткә электр уты үткәрә. Иман йортоноң эсен буяу-биҙәүҙә Зәйтүнә, Гөлсинә Ғәлиналар, Зәйтүнә Хәсәнова, Бикә Дәүләтова, Вәсилә Сәғитова, Рауза Әбделғазина, Сәлимә Әхмәтшина, Ғәлиә Хәмзина, Гөлшат Дәүләтовалар тырышып эшләй. Йылытыу системаһына торбаларҙы Ришат Ласынов килтерә, Данияр Хоҙайбиргәнов, Ғәрифулла Амангилдин, Рафил Ғүмәров, Ирмәк Төркмәнов, Әхмәтйән Килдейәров һәм Наил Мусин ярҙамында, иретеп йәбештереү эштәрен башҡара. Бригадир Ришат Ласынов шулай уҡ биләмәне кәртәләүгә тимер ҙә алып килгәс, иретеп йәбештереүселәр был эште лә «һә» тигәнсе атҡарып сыға.
Шулай итеп, 1995 йылдың 15 сентябрендә Хәлилдә тантаналы рәүештә мәсет асыла. Сарала Башҡортостан мосолман- дарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, райондың имамдары, хакимиәт вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнаша. 18 октябрҙә Мәсәғүт Мортазинды Хәлил ауылы иман йортоноң имам-хатибы — рәйесе итеп тәғәйенләү тураһында мөфтөй Н. Ниғмәтуллин ҡул ҡуйған указ сығарыла, мөьәзин итеп Нуретдин Ғәлин тәғәйенләнә, ул 1997 йылға тиклем ошо вазифаны тартҡас, урынына Данияр Хоҙайбиргәнов ҡуйыла. Халыҡ мәсеткә күпләп йөрөй, ауылда дини белем алырға теләүселәр арта. Йома намаҙына йөрөүселәргә яңынан-яңы кешеләр өҫтәлә.
Мәсәғүт Сөнәғәт улы имам-хатип вазифаһын 2006 йылға тиклем башҡара, артабан Хәлил мәсете имамдары булып Юлай Шәмсетдинов, Азамат Мөхәмәтйәров, Ишбулды Хоҙайбәндин, Зәйнулла Мырҙабаев, Хәлил Ейәнбирҙин, Булат Мусин халыҡҡа хеҙмәт итә.
Былтыр, 12 апрелдә ошо ауылдағы дини йортто төҙөүгә, халыҡҡа иман нуры таратыуға ҙур өлөш индергән хөрмәтле Мәсәғүт Мортазиндың исемен мәсеткә биреү тураһында ҡарар сығарыла, был хаҡта тейешле документация әҙерләнә һәм мәсеттең «Мәсәғүт» исеме менән йөрөтөлөүен аныҡлап, таҡтаташ ҡуйыла. Быйыл февраль айында Хәлил мәсете имам-хатибы итеп Мөхәррәм Бейешов һайлана. Хажи Вәхит Сәйфетдиновтың тәҡдиме һәм ярҙамы менән мәсеттең эске яғы үҙгәртелеп, заманса ремонт уҙғарыла.
Ошо көндәрҙә ауылда ҙур, фәһемле дини ваҡиға булды. Хәлил мәсетенең 25 йыллығы уңайынан Мәсәғүт имамдың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡорбан ашы ойошторҙо. Сараға йыйылыусылар, улар иҫәбендә район мәсеттәренең имам-хатиптарынан тыш, Белорет һәм Сибай ҡалаларынан Исмәғил һәм Әғләметдин хәҙрәттәр ҙә булды, тәүҙә зекер әйтеп, шунан өйлә намаҙы уҡылғандан һуң, ике ҡорбан салынды (береһен Вәхит Сәйфетдинов ҡайныһы Мәсәғүт ҡарттың рухына бағышлаһа, икенсеһе Зөлфәр Байбулатовтан булды). Күмәк кешегә аш яраштырыуҙы Ғәзизовтар, Сәйфетдиновтар, Моратовтар ғаиләһе үҙ иңенә алды. Мәсеттең имам-хатибы Мөхәррәм Бейешов Хәлил ауылының һәм бында дин йортоноң барлыҡҡа килеүе тарихы тураһында ентекле һөйләп үтте, һәр кемгә бәрәкәт, именлек теләп, аят уҡыны. Изге эштәрҙе лайыҡлы атҡарып сығыуға ҙур ярҙам күрһәткән Вәзир Моталовҡа һәм Вәхит Сәйфетдиновтың ғаиләһенә ауыл биләмәһе хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды. Ауыл халҡы матур дини йолала ҡатнашып, күңеленә рухи аҙыҡ эстәп, таралышты.
Р. МӨХӘМӘҘИЕВА.
Читайте нас: