Быйыл Башҡортостандан 4 меңдән ашыу һалдат, шул иҫәптән беҙҙең райондан — 75 кеше, РФ Ҡораллы Көстәр сафын тулыландырасаҡ. Әлеге ваҡытта хәрби комиссариаттарҙа бөтә хәүефһеҙлек саралары күҙәтелеп, медицина комиссияһы үткәреү бара. Өфөләге йыйылыу пунктына килгән граждандар барыһы ла коронавирус инфекцияһына тест тапшыра, һәр кемгә шәхси гигиена кәрәк-ярағы, дезинфекция саралары һалынған айырым контейнер бирелә. Тымау тейҙергән, тән температураһы күтәрелгән егеттәргә тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә һәм улар башҡаларҙан изоляциялана.