+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2020, 11:43

Форум ҡанаттар ҡуйҙы

24 - 25 сентябрҙә Ғафури районы «Красноусол» шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте.

24 - 25 сентябрҙә Ғафури районы «Красноусол» шифаханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Башҡорт теле йылына арналған эшлекле сарала дөйөм белем биреү учреждениеларында, урта һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытҡан уҡытыусылар, инновацион белем биреү усаҡтары директорҙары, дәреслек авторҙары ҡатнашты. Форум Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо.
Әбйәлил районы исеменән район мәғлүмәт-методик үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методисы Шәүрә Ильяс ҡыҙы Әхмәтҡужина етәкселегендә делегация составында уҡытыусылар —1-се Асҡар урта мәктәбенән Зиниә Раил ҡыҙы Ғәлләмова, Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан Римма Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина һәм спикер булараҡ Альбина Ринат ҡыҙы Муллахмәтова ҡатнашты.
Сараны асыу тантанаһының бүләкләүҙәр өлөшөндә 1-се Асҡар урта мәктәбенән З. Р. Ғәлләмова Мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Форумдың беренсе көнөндә оҫталыҡ дәрестәре, тренингылар, консультациялар ойошторолдо. Республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса биш дискуссия майҙансығы эшләне, 13 оҫталыҡ дәресе майҙансыҡтары ҡоролдо. Йыйындың бик киң масштаблы, бай эстәлекле, төрлө йүнәлешле булыуын билдәләп үтке килә. Секторҙарға бүленгән кәңәшмәләрҙә башҡорт телен дистанциялы шарттарҙа уҡытыу, федераль конкурстарҙа ҡатнашыу, республика гранттарын юллау, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу, уҡыу йорттарында башҡорт телен уҡытыу, мәктәп телевидениеһы ойоштороу, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеү һәм башҡа көнүҙәк темалар яҡтыртылды һәм был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары ҡаралды, яңы методик алымдарҙың таралыуы тикшерелде, педагогтар тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
«Федераль конкурстарҙа ҡатнашыу. Нимә һәм нисек эшләргә?» темаһы буйынса һөйләшеү алып барылған һигеҙенсе майҙансыҡта Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы А. Р. Муллахмәтова был юҫыҡта эшләү серҙәрен бик төплө итеп аңлатты, төрлө конкурстарға уҡыусыларҙы йәлеп итеү һәм халыҡ-ара кимәлгә сығыу буйынса кәңәштәр бирҙе.
Икенсе көндә лә эшлекле һөйләшеү дауам итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башҡортса сығыш яһауы, беҙҙең менән ҡара-ҡаршы ултырып, булған мәсьәләләрҙең төбөнә төшөргә ынтылышы киләсәккә яҡты өмөттәр уятты.
Эшлекле барҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы. Минутына тиклем уйланылған был саранан һәр ҡатнашыусы үҙенә оло белем багажы тупланы, уҡытыу процесында килеп тыуған проблемаларҙы уртаға һалып, кәңәшләшә алды. Туған телебеҙҙе өйрәнеү-өйрәтеү буйынса бындай саралар үткәрелеүе бик яҡшы. Форумды ойошторған республика Хөкүмәтенә, Мәғариф министрлығына, бәрәкәтле, ҡунаҡсыл Ғафури районы һәм «Красноусол» шифаханаһы етәкселегенә, шулай уҡ ыңғай йөрөп ҡайтырға шарттар булдырған район мәғариф бүлегенә, гимназия директоры Р. Н. Әхмәтовҡа рәхмәтлебеҙ.
Туған телебеҙҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты иң беренселәрҙән булып күтәргән уҡытыусылар йыйындан ҡанатланып ҡайтты. Форум ижади асыштарға, артабанғы хеҙмәтебеҙҙә һөҙөмтәлерәк эштәргә юл асыр. Фекерҙәш коллегалар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа эшебеҙгә ыңғай йоғонто яһар, тигән өмөттәбеҙ. Сөнки уҡытыусы үҙе лә ғүмере буйы белемгә, камиллыҡҡа ынтыла, заманса эшләргә тырыша.
Римма БАЙМЫРҘИНА,
Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: