-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Октябрь 2020, 18:15

Партиянан ярҙам күрһәтелде

Бөтә пандемия осоро буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан районға дүртенсе тапҡыр аҙыҡ-түлек тупланмалары килде.

Бөтә пандемия осоро буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһынан районға дүртенсе тапҡыр аҙыҡ-түлек тупланмалары килде.
– Тәүге ике тулҡында ярҙам әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм бөтөнләй килеме булмаған мохтаж граждандарға күрһәтелде. Һәм улар буйынса ярҙам күләме лә ҙур булды. Дүрт йөҙләп йәшник аҙыҡ-түлекте таратыуҙа ирекмәндәр булышлыҡ итте, – ти «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Рәзинә Әғзәмова.
Үткән аҙнала партиянан һуғыш балалары булған I төркөм инвалидтарына тәғәйенләнгән исемле ярҙам килде. Ололар көнө алдынан район Советы секретары Б. Ю. Исламбаев һәм партияның урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Р. М. Әғзәмова уларҙы ауыл биләмәләре буйлап йөрөп таратып сыҡты.
Читайте нас: