Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2020, 10:00

Йылҡы үрсетәләр

Башҡортостанда "Яңы эш башлаған фермер" программаһы буйынса 600-гә яҡын кеше грант алды. Программала ҡатнашыусыларҙың береһе – Балаҡатай районы ҡыҙы Ләйсән Назарова бер миллион һумлыҡ грантты үҙенең хужалығын үҫтереүгә тотонорға теләй.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда "Яңы эш башлаған фермер" программаһы буйынса 600-гә яҡын кеше грант алды. Программала ҡатнашыусыларҙың береһе – Балаҡатай районы ҡыҙы Ләйсән Назарова бер миллион һумлыҡ грантты үҙенең хужалығын үҫтереүгә тотонорға теләй.
Ләйсән биш йыл эсендә бәләкәй генә хужалыҡтан ҙур ферма төҙөй алған. Фермерҙарға ярҙам программаһы тураһында ишетеү менән унда ҡатнашыу теләге тыуа. 2015 йылдың июнендә конкурс баҫҡыстарын үтеп, 1 миллион 397 мең һум күләмендәге грантҡа эйә була. Үҙенең аҡсаһын да өҫтәп, яңы трактор һәм “башҡорт” тоҡомло һигеҙ бейә ала.
Балаҡатай фермеры ауылдаштарына өҫтәмә эш урындары булдырған. Уға ат ҡараусы Рәшит Миндиев һәм тракторсы Айгиз Хәсәнов ярҙамлаша.
Республикала "Фермерҙарға булышлыҡ итеү системаһын булдырыу һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү" төбәк проектына ярашлы, “Яңы эш башлаған фермер” грант программаһы дауам иткән осорҙа фермерҙарға 949,6 миллион һумлыҡ суммаға аҡсалата ярҙам бирелгән. Хәҙер был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярҙамлаша.
https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас в