+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2020, 18:45

Интернеттың мөмкинлектәре киң

Ошо көндәрҙә Халыҡтың мәшғүллек үҙәге дәүләт хеҙмәтенең Уҡытыу үҙәгендә “Сауҙа менеджменты һәм һанлы маркетинг, SMM” программаһы буйынса квалификацияны күтәреү курстары үткән бер төркөм йәш әсәйҙәр диплом алды.#национальныепроект#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Халыҡтың мәшғүллек үҙәге дәүләт хеҙмәтенең Уҡытыу үҙәгендә “Сауҙа менеджменты һәм һанлы маркетинг, SMM” программаһы буйынса квалификацияны күтәреү курстары үткән бер төркөм йәш әсәйҙәр диплом алды.
Был ғәмәл “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Һөҙөмтәлә, бәләкәс балалары булған утыҙ йәш ҡатын махсус программа буйынса белем алған. Уның үҙенсәлеге – Интернет селтәре ярҙамында тауар һәм хеҙмәттәрҙе уңышлы ҡулланыуҙың алымдарын, ысулдарын өйрәнеү.
Курс сиктәрендә ҡатындар социаль селтәрҙәрҙең үҙенсәлектәрен, төрлө платформаларҙа тауар һәм хеҙмәттәрҙе популярлаштырыуҙың юлдарын өйрәнгәндәр.
Унан тыш, яңы форматтағы мәшғүллек үҙәктәре булдырыу ҙа күҙаллана. Улар эшһеҙлек хәүефе һәм һөҙөмтәһеҙ мәшғүллек осраҡтарында ярҙамға килергә тейеш.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Читайте нас: