+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 12:31

Һалдат һау-сәләмәт булырға тейеш

РФ Президенты 1 октябрҙә Рәсәй Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырылыш башланыуы тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был көҙҙә республиканан 4 мең, шул иҫәптән Әбйәлилдән 75 егет әрме сафына оҙатыласаҡ.

Яҙып үтеүебеҙсә, РФ Президенты 1 октябрҙә Рәсәй Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырылыш башланыуы тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был көҙҙә республиканан 4 мең, шул иҫәптән Әбйәлилдән 75 егет әрме сафына оҙатыласаҡ. Ҡатмарлы шарттарҙа саҡырылыш нисек үтеүе тураһында райондың хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин һөйләй.
— Яҙғы миҙгелдәге кеүек, көҙгө саҡырылыш та еңел булмаған шарттарҙа үтә. Армия сафына ниндәйҙер сире булған, инфекция йоҡторған бер егет тә ебәрелмәйәсәк. Буласаҡ һалдаттар барыһы ла коронавирусҡа анализ тапшыра һәм уның һөҙөмтәһе ыңғай булмаған осраҡта ғына Өфөгә оҙатыла. Ә инде хәрби часкә килеп еткәс, улар ике аҙналыҡ карантинға ябылып, тағы ла һаулыҡ торошо ентекле тикшерелә. Бөтә хәрби частәрҙә лә профилактикаға етди иғтибар бирелә, санитар нормалар күҙәтелә, улар ябыҡ режимда эшләй.
Был юлы райондан 75 кеше Ҡораллы Көстәр сафын тулыландырасаҡ, райондаштарыбыҙ нигеҙҙә Үҙәк хәрби округта хеҙмәт итәсәк. Әле егеттәр медицина тикшереүе үтә, комиссариатҡа ингән урында уларҙың тән температураһы үлсәнә, бөтә хеҙмәткәрҙәр битлектә, бирсәткәләрҙә эшләй. Бина ике сәғәт һайын дезинфекция саралары менән таҙартыла, медицина кабинеттарында кварц лампалары ҡуйыла. Бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән республика Хәрби комиссариаты һәм район хакимиәте тәьмин итте.
Баш ҡалалағы йыйылыу пунктына алып барыусы автобус та дезинфекциялана, һәр һалдатҡа битлек, бирсәткә кеүек әйберҙәр бирелә.
Уларҙы юлға оҙатҡанда күмәкләшеп килмәүегеҙ хәйерле, был һорауымды аңлап ҡабул итегеҙ — беҙгә егеттәрҙе хәүеф аҫтына ҡуймау, частәргә һау-сәләмәт килеш ебәреү мөһим. Тәүге төркөмдө 18 октябрҙә оҙатырға планлаштырабыҙ. Ә 22 октябрҙә Призывник көнө ойошторола.
Р. МӘСӘЛИМОВА яҙып алды.
Читайте нас: