+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 11:45

“Таҙа ил” халыҡ-ара форум-күргәҙмә үтәсәк

24-26 ноябрҙә “Сколково” инновация үҙәге технопаркында II “Таҙа ил” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе үтәсәк.#ВладимирПутин

24-26 ноябрҙә “Сколково” инновация үҙәге технопаркында II “Таҙа ил” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе үтәсәк.
Был – 2020 йылға илдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының барлыҡ йүнәлештәрен тормошҡа ашырыуға арналған ҙур сараларҙың береһе. Уны “Таҙа ил” ассоциацияһы Рәсәйҙең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында ойошторасаҡ.
Форум менән ил эшҡыуарҙары, власть органдары вәкилдәре генә түгел, экологик берекмәләр ҙә ҡыҙыҡһына. Быйыл сара майҙансыҡтарында илдең барлыҡ төбәктәренән биш мең тирәһе делегат һәм 300 тирәһе спикер ҡатнашыр тип көтөлә. Улар – федераль министрлыҡтар һәм агентлыҡтар етәкселәре, губернаторҙар, алдынғы сәнәғәт предприятиелары директорҙары, тәбиғәтте һаҡлау технологияларын уйлап табыусылар, техника етештереүселәр, экология өлкәһендәге донъя эксперттары һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
Быйыл яҡын киләсәктә “Экология” милли проектында буласаҡ үҙгәрештәр, һәр федераль проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, экология проекттары үҫеше буйынса халыҡ-ара тәжрибә тураһында һөйләшеүгә баҫым яһаласаҡ.
Бынан тыш, өс көн буйы күргәҙмә эшләйәсәк. Унда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, таҙа һауа, урман биотөрлөлөгөн һаҡлау һәм ҡурсаулыҡтарҙа экологик туризм үҫеше кеүек йүнәлештәр буйынса милли проектты тормошҡа ашырырға ярҙам иткән технологиялар менән танышып буласаҡ.
Читайте нас: