+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2020, 12:25

Халыҡ иҫәбен алыу нисек үтәсәк?

Быйыл илдә бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтергә тейеш. Пандемия мәлендә ул ниндәй шарттарҙа үткәрелер — аныҡ датаһы билдәләнмәгән әле. #национальныепроекты#регпроекты

“Нимәгә кәрәк ул кеше һанау” тигән фекер йөрөтөүселәр булһа ла, был бик мөһим кампания. Мәҫәлән, һуңғы 20 йыл эсендә илдә 20 мең ауыл тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, һәм был тап халыҡ иҫәбен алыу мәлендә асыҡланған. Һуңғы кампанияла, мәҫәлән, бер ниндәй картала, һалым һәм һайлау ведомостарында күрһәтелмәгән бер ауыл булыуы билдәләнгән — ғөмүмән, шундай ҡыҙыҡлы асыштар ҙа булып ҡуя икән.
Иҫәпселәр тәү сиратта ғаиләләр һанын, Рәсәй гражданлығы йөрөтөүселәрҙе, миграция масштабын, торлаҡ шарттарын белергә теләй. Милли коэффициентҡа ла иғтибар йүнәлтелә.
Читайте нас: