+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2020, 12:27

Фиҙаҡәрлек өсөн хөрмәт

Юғары һөнәри оҫталығы һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Р. Ә. Йәһүҙина Республика көнөнә арналған тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһын алды.

Юғары һөнәри оҫталығы һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Р. Ә. Йәһүҙина Республика көнөнә арналған тантанала Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһын алды.
Рауза Йәһүҙина Амангилде төбәген — ауылдарын, халҡын, уларҙың шөғөл-һөнәрҙәрен, йәшәү рәүешен, проблемаларын биш бармағы кеүек яҡшы белә. 2004 йылдан ауыл хакимиәтендә эшләү, шуның 10 йылға яҡын осоронда биләмә башлығының уң ҡулы — эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыу төбәккә бәйле бөтә мәғлүмәтте, компьютер кеүек, башына һеңдергән. Уҙған йылдың ноябрендә 35 йыллыҡ хеҙмәт юлына нөктә ҡуйып, Рауза Әсләм ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡан. Өйҙә булыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да хеҙмәттәштәре менән бәйләнеште өҙмәй, йәш коллегаларына үҙе белгәнде өйрәтеп, бай тәжрибәһе менән бүлешә.
Ҡайҙа тыуған, шунда файҙаһы тейгән кешеләр рәтенән ул. Амангилделә тыуып-үҫеп, бөтә хеҙмәт көсөн дә ошо ергә фиҙа ҡылған Рауза Әсләм ҡыҙы. Урта мәктәптән һуң Башҡорт ауыл хужалығы институтының зооинженерия факультетында өс курс уҡып ҡала, эйәле-башлы булмаған дүрт бала менән тол ҡалған әсәһен йәлләп, ситтән тороп уҡыуға күсә. «Заветы Ильича» колхозында лаборант булып эшләп йөрөп, диплом ала. Ойоштороу һәләтенә эйә ҡыҙҙы ВЛКСМ-дың район комитетына комсомол ойошмалары менән эшләү бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Ярты йылдан кейәүгә сығыуы сәбәпле, яҙмыш уны йәнә ауылына алып ҡайта. Яңы ойошторолған «Амангилде» совхозында хеҙмәт буйынса өлкән иҡтисадсы вазифаһын ышанып тапшыралар. Йылдар дауамында үҙ эшен яҡшы белгән, яуаплы хеҙмәткәр итеп танытҡан Рауза Йәһүҙина баш иҡтисадсы вазифаһына тиклем күтәрелә. Ләкин заман шауҡымы хужалыҡты көрсөккә килтереп теркәткәс, икенсе өлкәгә эшкә күсергә мәжбүр итә.
Шулай итеп ауыл хакимиәтендә хәрби иҫәп өҫтәле белгесе булып китә ул. Оҫта ойоштороу һәләте, киң белем даирәһе, эшһөйәрлек, яуаплылыҡ, теүәллек яратыу сифаттары һәм иң мөһиме — кеше менән ыңғай мөғәмәлә итә белеүе яңы эшендә лә ихтирамлы итә. Эштәр идарасыһы ҡаты сирләп киткәс, уның бурыстары ла Рауза Әсләм ҡыҙы иңенә ята. 2011 йылдан рәсми рәүештә ошо вазифаға тәғәйенләнә.
Алсаҡ, кеше хәсрәтенә битараф ҡала белмәгән Рауза апай ауыл халҡының ышанысын яулаған. Уға һөйөнөстәре менән бүлешергә лә, көйөнөстәрен бушатырға ла, борсоған мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам һорап та мөрәжәғәт итәләр. Биләмә башлығының төп ярҙамсыһы булараҡ, ауыл кимәлендәге йәмәғәт проблемаларын урында хәл итеүҙән тыш, күп тапҡырҙар ғаилә эсендә килеп тыуған һорауҙарҙы ла көйләп ебәргән. Ипле һүҙе, урынлы кәңәше, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүе менән тотош биләмәлә абруй ҡаҙанған кеше ул.
Коллективта ла ҙур ихтирам менән файҙалана. Документация эшен ҡағыҙҙа ғына түгел, электрон форматта ла, ваҡытында теүәлләп, бөхтә алып бара, хакимиәт эшмәкәрлеген рәсми сайтта яҡтырта, электрон ресурста ауыл биләмәһенең арҙаҡлы кешеләре тураһындағы бүлекте әҙерләй.
Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәтенең социаль-иҡтисади үҫеш буйынса районда алдынғылар рәтендә булыуында Р. Ә. Йәһүҙинаның эштәр менән оҫта идара итеүенең дә һөҙөмтәһе сағыла. Йыл һайын бюджеттың килем өлөшөн үтәү буйынса пландар арттырып үтәлә. 2012 йыл йомғаҡтары буйынса юғары иҡтисади күрһәткестәре өсөн ауыл биләмәһе иң яҡшыһы тип билдәләнә. 2016 йылда бюджет буйынса йөкмәтелгән план — 106, 2017 йылда — 111, 2018 йылда 110 процентҡа үтәлә. Шулай уҡ һалымдар йыйыу буйынса эш тейешенсә яйға һалынған.
Рауза Әсләм ҡыҙы йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. 2006, 2010 йылдарҙағы ауыл хужалығы, халыҡ иҫәбен алыу кампанияларындағы хеҙмәте күкрәк билдәһе, миҙал, һайлау кампанияларын ойоштороуға индергән өлөшө рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Урындағы башланғыстарҙы хуплау проекты буйынса ауыл биләмәһендә нисәмә проект тормошҡа ашырылһа, һәр береһенең ойоштороу эштәренең уртаһында йөрөгән.
Ҡайҙа эшләһә лә, намыҫлы хеҙмәт итеүе тураһында маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Хәрби комиссариат тарафынан уҙғарылған смотр-конкурстарҙа бер нисә тапҡыр призлы урын яулай. Урындағы үҙидараны үҫтереүгә индергән тос өлөшө райондың, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың почет грамоталары менән билдәләнгән. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса районда «Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» номинацияһында еңеүсе булған. «Район энциклопедияһы»н төҙөүгә индергән өлөшө өсөн район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенән бирелгән «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы Рауза Әсләм ҡыҙы өсөн иң ҡәҙерле наградаларҙың береһе. Сөнки ул, тәү сиратта, ғаилә усағын һаҡлаусы бөйөк зат, әсә. Тайып Әҡсән улы менән ҡорған өлгөлө ғаиләлә бөркөттәй дүрт улан ҡанат нығытҡан. Ата менән әсә уларға яҡшы тәрбиә, лайыҡлы белем биргән. Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған Нур үҙе ике ул атаһы хәҙер, ММК-ла эшләй. СиБДУ-ның тарих факультетында уҡып сыҡҡан Фәнүр — республика инженер лицей-интернатында уҡытыу буйынса директор урынбаҫары. Таһир электрификация йүнәлеше буйынса аграр университетты тамамлаған, әле төҙөлөш буйынса үҙ эшен ойоштороу менән мәшғүл. Зәкир Өфө дәүләт нефть-техник университетының II курс студенты. Барыһы ла спорт менән дуҫтар. Таһир менән Зәкир волейбол буйынса район йыйылма командаһында уйнай. Улдарының уңыштарына ҡыуанып, уларға һәр яҡлап ярҙам итеп йәшәүҙә тормош мәғәнәһен күрә Йәһүҙиндар. Дауытта Нурға йорт төҙөшөүҙә ҙур тырышлыҡ һалғандар. Үҙҙәре лә: «Хаҡлы ялға сыҡҡас...» — тип маҡсат иткән ҙур хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндергәндәр. Ғаилә башлығының тыуған ауылы Үтәгәнгә күсеп ҡайтҡандар. Тайып ағай ҙа 40 йылдан ашыу ғүмерен тыуған районы мәнфәғәтенә бағышлаған хеҙмәт ветераны. Хөкүмәт эшендә йөрөү, балалар үҫтереү, уҡытыу менән бергә алып барылған, оҙаҡ йылдарға һуҙылған төҙөлөштө урын-еренә еткереп ослап, былтыр яңы өй туйлағандар. Хаҡлы ялдағы Рауза Әсләм ҡыҙы йәш килендәрсә дәртләнеп донъя көтә хәҙер.
Читайте нас: