+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 13:49

Атауҙының аҫыл улы

Тыуған ауылы тормошона һулыш өрөп йәшәүсе илһөйәр уҙамандарҙың береһе ул —Тәлғәт ағай Ишбулатов.

Ул Атауҙыла тыуып-үҫкән, шунда ғүмер кисерә. Йәшлек йылдарында район мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индергән, район мәҙәниәт йортонда эшләгән, һуңыраҡ Атауҙы клубында художество етәксеһе булған, 1997–2007 йылдарҙа «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейегән. Хәҙер тиҫтә йылдан ашыу инде Т. Н. Ишбулатов хеҙмәт көсөн Магнитогорск металлургия комбинатына һала. Көн дә ҡалаға йөрөп эшләүенә ҡарамаҫтан, өйөнә ҡайтып инеү менән үҙ донъяһына бикләнгән кеше түгел. Ауыл хәстәрҙәре менән яна, бигерәк тә йәштәрҙе спортҡа һәм мәҙәниәткә ылыҡтырыу йәһәтенән ғәйәт ҙур эш алып бара.
— Бала саҡтан спорт менән дуҫмын: футбол, баскетбол, хоккей ғүмерлек юлдаштарым булып оҙата килә. Бик бәләкәйҙән футболға ҡушылдым. Иҫләйем, үҙемдән 18 йәшкә өлкән ағайым менән бер командала уйнаныҡ. Ҡасандыр Атауҙы командаһының иң бәләкәй уйынсыһы булһам, бөгөн инде иң олоһомын, — ти ул.
Иң оло һәм ҡомарлы уйынсы ғына түгел, абруйлы тренер, капитан, бөтәһен бергә ойоштороп, ярыштарға алып йөрөүсе лә. Районда үткән бер ярышты ла ҡалдырмай атауҙылар. Һәм даими рәүештә призлы урынһыҙ ҡалмай егеттәр. Тәлғәт Нуритдин улы бының өсөн ваҡытын да, үҙ кеҫәһенән аҡсаһын да бүлергә йәлләмәй. Тормош иптәшенең ауылы намыҫы өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай булмышына ҡатыны Рәзилә Яхъя ҡыҙы күптән күнгән инде. Футболсылар элгәре мәктәп стадионында шөғөлләнһә, һуңғы йылдарҙа айырым майҙан булдырғандар. Уның ҡарауы, ҡасан уйнаһалар ҙа — үҙҙәре хужа.
— Йәштәр көстәрен үҙҙәре өсөн файҙалы юҫыҡҡа йүнәлтһен, бушты бушҡа ауҙарып йөрөп, насар ҡылыҡтарға әүрәмәһен – минең төп маҡсат ошо. Сәләмәт рух, берҙәмлек, әүҙемлек һәм сәм ауылдың киләсәген бар итә, — ти Тәлғәт Ишбулатов.
2017 йылда «Байыҡ» башҡорт бейеү телебәйгеһендә «Атауҙы егеттәре» ансамбленең гран-при яулауының башында әлеге лә баяғы Тәлғәт ағай тора. Сәнәғәт өлкә-һендә эшләү бейеүҙе «ҡалдырырға» мәжбүр итһә лә, «Байыҡ»ты ҡараған һайын күңелендәге ижади башланғыс ҡуҙғалып, йөрәген елкендерә. «Их, беҙ сыҡһаҡмы был сәхнәгә...» — тип үрһәләнә. Күңеленә тынғы бирмәгән уйына яуап оҙаҡ көттөрмәй: «Дер һелкетер инек!». Тимәк, тәүәккәлләргә кәрәк! Теләген ысынбарлыҡҡа әйләндергәндәй ҡеүәт тә, дәрт-дарман да бар — бейеү сәнғәтенә һөйөү уятҡан мәрхүм ауылдаштары Зәкир Үҙәнбаев, Айҙар Ишбулатовтың уҡыусылары йәшәй бит һуң?! Тиҙ арала ансамбль туплай — Мир Сафиуллин, Наил Асҡаров, Азамат Ғәббәсов, Заһир, Илмир, Илһам, Фәиз Үҙәнбаевтар һәм үҙе. Был егеттәрҙең кемдәр булыуын аныҡлап яҙып торорға ла кәрәкмәйҙер. Улар араһында «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары, Зәкир Ғәли улының өс улы бар.
Ҡасандыр ауыл клубы сәхнәһендә бейеү остаздарынан тәүге һабаҡ алған Атауҙы егеттәренә элекке репертуарҙарын тергеҙеүе ҡыйын булмай. Хатта хореограф та кәрәкмәй. Ваҡытында Стәрлетамаҡ бейеү театрында эшләгән Айҙар ағайҙарынан өйрәнгән «Ирәндек бөркөттәре», «Бөрйән егеттәре» бейеүҙәре менән талапсан жюри ағзаларын таң ҡалдырып, бәйгелә ҙур еңеү яулайҙар.
— Зәкир ағай ансамблгә халыҡ исеме яулау тураһында хыялланды. Беҙ, уҡыусылары, остазыбыҙҙың тормошҡа ашмай ҡалған хыялын ошо еңеүебеҙ менән үтәнек тип уйлайым, — ти «Атауҙы егеттәре» ансамбле етәксеһе Т. Н. Ишбулатов.
Бына шулай йәмәғәт башланғысында бер тин хаҡ алмай ауылы һәм ауылдаштары өсөн тырыша уҙаман. Түңәрәк йәки секция итеп эшен рәсмиләштереүҙе юллап ҡараған. Үҙенә эш хаҡы алыу өсөн түгел, ә шул аҡсаны йыйып, исмаһам, футболсыларға формалар алыу, әҙ булһа ла юл сығымдарын ҡаплау ниәтенән. Ләкин махсус һөнәри белемгә эйә булмауын сәбәп итеп, башланғысты хупламағандар. Әммә былар уның эскерһеҙ теләген һәм ғәмен һүрелтә алмаған.
Улдары ла спортҡа һәләтле, әүҙем Тәлғәт Нуритдин улының. Атаһының ҡул аҫтында сыныҡҡан Лидар, БДУ-ны тамамлап, баш ҡалала эшләп йөрөй. 11 йәшлек Артур хоккей, футбол менән мауыға, көрәш буйынса уңыштар ҡаҙана. «Бәләкәй улым менән дә бер командала футбол тибер көндәрем алда әле, — тип ышаныслы йылмая ул. — Алмашсым үҫеп етһә, уйынсы булараҡ команданан сығырмын, тип уйлайым. Йәш ҡыуа бит. Ҡыҙыбыҙ Айгөл Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡый».
Республика көнө уңайынан тантанала Т. Н. Ишбулатов район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Был награда уның әүҙем йәмәғәтселек эше, ауылы мәнфәғәте өсөн һалған тырышлығы менән бер ҡатарҙан райондың, республиканың тотороҡло үҫешенә индергән өлөшө өсөн бирелде.
Читайте нас: