Экология хаҡына саманан тыш ҡулланыуҙан баш тартырға кәрәклеге тураһында Владимир Путин “Валдай” клубы ултырышында белдерҙе.
Рәсәй лидеры һүҙҙәренә ҡарағанда, экология проблемаһы күптән инде ғәмәлдә эш талап итә һәм был Ер шарының бөтә кешеләренә лә ҡағыла. Ул ресурстарҙы файҙаланыуҙың артыуын, кешенең күпселеге үҙебеҙҙең ғәмәлдәр арҡаһында барлыҡҡа килгән катаклизмдарҙан яҡланмаған булыуын билдәләне.
Путин, ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, хәүефле ауырыуҙарҙың килеп сығыуының кешенең тәбиғәткә шундай ҡарашына яуап булыуын белдерҙе һәм тәбиғәт менән гармониялы мөнәсәбәттә булырға кәрәклеген билдәләне.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Алексей Дружинин / Reuters