+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2020, 16:38

Тәүге еңеүселәр билдәләнде

Вәғәҙә итеүебеҙсә, «Осҡон» гәзитенә 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында «Аҙна һайын бүләк!» уйынының беренсе еңеүселәре билдәле булды.

Вәғәҙә итеүебеҙсә, «Осҡон» гәзитенә 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында «Аҙна һайын бүләк!» уйынының беренсе еңеүселәре билдәле булды.
Уйынға ҡуйылған тәүге бүләк — фен Әбдрәш ауылынан Зөбәйлә Хәсәноваға эләкте. Ә сәйнүкте Асҡарҙан А. К. Мостаҡов отто.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен тотоп, редакциянан бүләктәрен килеп алыуҙарын көтөп ҡалабыҙ.
«Аҙна һайын бүләк!» уйыны киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамланғанса, йәғни декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәк һәм һәр кесе йомала ике бүләк уйнатыласаҡ.
Бер юлы «Осҡон»ло ла, бүләкле булырға теләһәгеҙ, гәзитебеҙгә яҙылығыҙ һәм квитанция күсермәһен редакция адресына ебәреп (Асҡар ауылы, Ленин урамы, 14а), уйындарҙа ҡатнашығыҙ.
Район гәзиттәренә почта бүлексәләрендә яҙылыу ярты йылға 979 һум 32 тин тора. Асҡар ауылы, район үҙәге биҫтәләрендә йәшәүселәр редакция аша яҙыла ала, мәғлүмәт үҙәге машинаһы ташыған гәзит алты айға 810 һум була, әгәр инде аҙнаһына ике тапҡыр гәзитте редакциянан үҙегеҙ килеп алып торһағыҙ, ул һеҙгә 660 һумға төшәсәк. Электрон варианттың хаҡы — 588 һум.
Бергә булдыҡ, киләһе осорҙа ла бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: