+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2020, 11:19

Иң төп алты һорау

Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ерҙе ҡулланыу тәртибе буйынса яңы закон ҡабул итәсәк. Был ҡатмарлы, әммә бик кәрәкле закон халыҡ араһында төрлө һорауҙар тыуҙырҙы. Реформаның асылы нимәлә һуң?

Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ерҙе ҡулланыу тәртибе буйынса яңы закон ҡабул итәсәк. Был ҡатмарлы, әммә бик кәрәкле закон халыҡ араһында төрлө һорауҙар тыуҙырҙы. Реформаның асылы нимәлә һуң?
Ниндәй ерҙәр тураһында һүҙ бара?
Һәр ер участкаһының хужаһы бар. Мәҫәлән, урмандар — Рәсәй Федерацияһы ҡарамағында, республика, район йәки ҡала милке булған ерҙәр ҙә бар. Һеҙ ер участкаһы һатып алаһығыҙ икән — һеҙ уға тулыһынса хужа, берәү ҙә уға ҡул һона алмай. Шул уҡ ваҡытта милексеһе аныҡланмаған участкалар ҙа иҫәптә бар. «Земельные участки, право собственности на которых не разграничена» тип атала улар. Был нимәне аңлата? Тимәк, ер участкаһы — дәүләттеке, уны әле бер кем дә үҙ милке итеп билдәлмәгән. Бындай ерҙәр республикала байтаҡ — урман булмаған биләмәләрҙең 90 проценты. Яңы законда тап ошо ерҙәр тураһында һүҙ бара. Йәғни, хужаһы булмаған биләмәләр, дәүләттеке булып иҫәпләнә.
Әле ғәмәлдә булған ҡағиҙәләрҙең нимәһе килешмәй һуң?
Милексеһе билдәләнмәгән ер участкалары менән әлеге ваҡытта урындағы хакимиәттәр файҙалана. Бының ыңғай ҙа, кире яҡтары ла бар. Ыңғай яғы — урындағы хакимиәт халыҡҡа нимә кәрәклеген яҡшы белә һәм кеше шәхси йорт төҙөргә һораған урынды, йәки көтөүлек, бесәнлек булған биләмәне ниндәйҙер төҙөлөш өсөн бирмәйәсәк. Әммә был ерҙәрҙе рәсмиләштереү өсөн бигерәк күп ваҡыт талап ителә. Берәүҙәр 15 документ йыйһа, икенселәргә 20-не туплар кәрәк. Тейешле яуапты берәүҙәр бер ай көтһә, икенселәре йылдар буйы хакимиәт тупһаһын тапай...
Закон нисек эшләйәсәк?
Ҡабул ителәсәк закон ошо ғәмәлдәрҙе көйләй, йәғни бөтә республика буйынса ер алыуҙың берҙәм тәртибе индерелә. Талап ителгән документтарҙың барыһы өсөн дә берҙәм исемлеге бирелә һәм унан артыҡ бер ниндәй ҡағыҙ һорамаясаҡтар. Ҡарар ҡабул итеү ваҡыты 10 көнгә тиклем ҡыҫҡартыла.
Бәхәс тыуҙырған ерҙәр буйынса бөтә ҡарарҙар ҙа урындағы хакимиәттәр менән килешеп башҡарыласаҡ. Урындағы район хакимиәттәре был ер участкаларын алыуға тыйыу һалыу хоҡуғына эйә була, сөнки, әйтеп үтеүебеҙсә, улар халыҡҡа нимә кәрәклеген яҡшыраҡ белә. Ябай итеп әйткәндә, кеше мал көткән йәки бесән сапҡан урында бер ниндәй ҙә фабрика йә завод ҡалҡып сыҡмаясаҡ.
Ер участкаһы алыу өсөн Өфөгә барырға кәрәкме?
Юҡ, кәрәкмәй. Быны өс юл менән эшләргә мөмкин:
1) районда эшләүсе милек менән идара итеү комитетына мөрәжәғәт итеп;
2) күп функциялы үҙәк аша;
3) «Госуслуги» дәүләт порталында махсус бүлек булдырыла. Һәр кем, ниндәй районда йәшәүенә ҡарамаҫтан, өйҙә ултырып ҡына, документ һәм ғаризаһын онлайн рәүештә ебәрә аласаҡ.
Буш торған ер участкалары тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан алырға?
Бөтә мәғлүмәт уңайлы бер таблица итеп туплана. Башҡортостанда йәшәүселәр ошо таблицанан үҙенә кәрәкле урында ер участкаһы һайлап алыу мөмкинлегенә эйә була. Яҡын арала ерҙәр исемлеге БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы сайтында ла биреләсәк. Был исемлек килеп сығыу менән, һылтанма тураһында мәғлүмәт еткерербеҙ.
Закон кем өсөн уңайлы?
Яңы законды иғтибар менән уҡып сығып, шуны аңларға була:
- документ ҡабул ителгәс, бюрократия осраҡтары кәмейәсәк; һәр кешегә аңлайышлы, асыҡ һәм берҙәм ҡағиҙә, процедуралар индерелә.
- буш торған ерҙәр йәһәтерәк әйләнешкә индерелә, йәш ғаиләләр оҙон-оҙаҡ сиратта тормай ер участкалары аласаҡ.
- ҡуртымға бирелгән ерҙәрҙән аҡса район һәм ҡала ҡаҙнаһына индерелә.
Читайте нас: