7 йәшкә тиклемге бала сирләү осрағы буйынса өйҙә ултырырға мәжбүр ата-әсәнең хеҙмәт стажына ҡарамаҫтан, «больничный» ҡағыҙы буйынса түләмде 100 процентҡа еткереүҙәре ихтимал. Рәсәй президенты В. Путин Хөкүмәткә ошо мөмкинлекте ҡарарға ҡушты. 1 декабргә тиклем варианттар ҡаралырға тейеш. Президент быға яуаплы итеп премьер-министр Михаил Мишустинды тәғәйенләне.