«Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә Сибайҙа «Таҙа ярҙар» һыу объекттары ярҙарын таҙартыу акцияһы уҙҙы. Ҡаланың йәштәр комитеты етәкселегендә студенттар һәм ирекмәндәр көсө менән 4,5 саҡрым Ҡамышлы Үҙәк йылғаһы буйы таҙартылған, өс кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылған.