Республикала, “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проектына ярашлы, профессиональ уҡыу һәм өҫтәмә белем биреү буйынса саралар дауам итә.
Өфөләге “Гидравлика” агрегат предприятиеһында 50 йәштән өлкәнерәк хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус программаларҙы тормошҡа ашырыу июль айында уҡ башланған. Был йәштәге эшселәр өсөн “Машина төҙөү предприятиеһында һаҡсыл етештереү шарттарында тәьҫирле тәрбиәселек” һөнәри әҙерлек программаһы буйынса уҡытыу ойошторола. Әлбиттә, уҡытыу бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен, ҡәтғи талаптарҙы үтәү менән бергә алып барыла.
Тәрбиәсе мәктәбен әле 53 кеше үтә. Сентябрь айында уҡыуҙың икенсе этабына – стажировкаға күскәндәр. Программаның маҡсаты – буласаҡ тәрбиәселәрҙә планлаштырыу, ойоштороу күнекмәләрен формалаштырыу, йәштәргә тәжрибә һәм белемдәрен тапшырыу өсөн әҙерлек кимәлен күтәреү. Мәктәпте тамамлаусылар алдында проект эше рәүешендә аттестация үтеү бурысы тора.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, федераль бюджет средстволары иҫәбенә профессиональ белем биреүҙе камилләштереү һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса төбәк программаларын тормошҡа ашырыу планлаштырыла.