+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2020, 10:30

“Торатау” геопаркы проектын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышынды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән эш кәңәшмәһендә “Торатау” геопаркы проектын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышынды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән эш кәңәшмәһендә “Торатау” геопаркы проектын тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышынды.
Был биләмә хәҙер туристарҙы күпләп йәлеп итә. “Башҡортостан йөрәге” туристик-рекреацион кластеры потенциалы федераль кимәлдә лә баһаланды. Проект Бөтәрәсәй конкурсының тәүге өсәү исемлегендә. Ул конкурстың “Тарихи биләмә” категорияһында еңеп сыҡты. Уны бойомға ашырыуға федераль ҡаҙнанан 45 миллион 400 мең һум аҡса бүленә. Республика етәксеһе билдәләүенсә, шихандарҙың үҙенсәлекле флора һәм фаунаһын һаҡлап ҡалыу беренсе сиратта күҙ уңында тотолорға тейеш. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, йәнле тәбиғәткә зыянды кәметеү маҡсатында тау түбәһенә күтәрелеү өсөн баҫыстар ҡуйыла. Бынан тыш, төбәк башлығы Ҡуштауҙы “Торатау” геопаркы составына индереү буйынса эште тиҙләтеүҙе йөкмәтте.
Читайте нас: