Быйыл 12 ноябрҙә Дүртөйлө районының Әсән ауылы халҡы китапхана-мәғлүмәт хеҙмәте күрһәтеүҙең яңы алымын – “Милли электрон китапхана”ны файҙалана башлаясаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, китапхана заманса компьютер ҡорамалдары һатып алып, Милли электрон китапханаға тоташыу мөмкинлегенә эйә булды. Яңы сервис уҡыусылар алдында илдең бөтә интеллектуаль ҡеүәтен файҙаланыу йәһәтенән киң мөмкинлектәр аса. Әсән ауылының модель китапханаһы хеҙмәткәрҙәре проекттың тарихы, уны тормошҡа ашырыу, Милли электрон китапхананың мәғлүмәти уңайлыҡтары тураһында һөйләйәсәк.
Виртуаль китапхана нескәлектәренә төшөнгәс, ауыл халҡы тематик йыйынтыҡтар менән үҙаллы танышыу, авторлыҡ хоҡуғы менән сикләнгән һанлы баҫмаларҙы законлы нигеҙҙә ҡарау, илебеҙҙәге ҙур китап һаҡлағыстарҙа тупланған документтарҙы теркәлмәйенсә алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Фото: srk.nationalpriority.ru