+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2020, 13:44

Разведкаға дан!

Кисә Хәрби разведчиктар көнөндә Асҡарҙа тағы ла бер һәйкәл асылды. Ул Тыуған ил именлеге һағындағы хәрби бурысын РФ Ҡораллы Көстәренең разведка ғәскәрҙәрендә үтәгән бөтә быуын разведчиктарға бағышлана.

Кисә Хәрби разведчиктар көнөндә Асҡарҙа тағы ла бер һәйкәл асылды. Ул Тыуған ил именлеге һағындағы хәрби бурысын РФ Ҡораллы Көстәренең разведка ғәскәрҙәрендә үтәгән бөтә быуын разведчиктарға бағышлана.
Идея башланғысында ла кисәге разведчиктар тора. Улар был турала «Бәйләнештә» селтәрендәге үҙҙәренең ябыҡ төркөмөндә һөйләшеү алып барған. Төркөмдөң администраторы Данил Ғәбитов эскиз әҙерләп, һәйкәлде байрамға өлгөртөү тураһында яҙғас, егеттәр идеяны хуплап, дәррәү күтәреп алған. Был хәл сентябрь урталарында булһа, айҙан саҡ ҡына ашыу ваҡыт эсендә һәйкәл район үҙәгендә ҡалҡып та сыҡты.
Аҡса йыйыу менән бер рәттән һәйкәл ҡуйыу өсөн урын билдәләйҙәр, рөхсәт алалар. Һәм оҙаҡламай төҙөлөш эштәрен башлайҙар. Ауыл хужалығы идаралығы һәм редакция биналары араһындағы баҡсала төҙөлгән яңы һәйкәл, ысын мәғәнәһендә, күҙ менән ҡаш араһында — ҡыҫҡа ваҡытта хасил булды. Көн дә ошо ерҙән эшкә йөрөгәс, быға үҙебеҙ шаһитбыҙ. Бер көн баҡсаны баҫҡан ваҡ ҡыуаҡтарҙы ҡырҡып, тамырҙарын ҡаҙып сыҡһалар, йәһәт кенә постамент күтәрҙеләр, бордюр һалып, тротуар плитәләре түшәнеләр, буласаҡ сәскә клумбалары өсөн тупраҡ та килтереп бушаттылар, семәрле биҙәктәр менән ҡапҡа иретеп йәбештерҙеләр, ә иң аҙаҡ заказ буйынса эшләтелгән гранит таҡтаташты ҡуйҙылар.
Бөтә был эштәрҙең башында ойоштороусылар булып Геологоразведка егете Данил Ғәбитов һәм Ташбулаттан Юлдаш Усманов йөрөһә, Асҡарҙан Урал Камалов, Тимур Садиҡов, Яҡтыгүлдән Денис Абдуллаев, Ҡушыйҙан Илмир Мәсәлимов, Арсен Кинйәлбаев, Белорет районы Мөхәмәт ауылынан Раян Хәлилов, Магни-тогорскиҙан Евгений Ильин төҙөлөштө башҡарҙы.
Һәйкәлде асыу митингыһында ҡатнашыусыларҙы район башлығының беренсе урынбаҫары, шулай уҡ хәрби бурысын разведротала үткән Р. Ғ. Хәлилов тәбрикләне.
— Райүҙәктә йәнә бер һәйкәл асыу — мода ҡыуыу түгел. Ул бөтә быуын разведчиктарға, ветерандарға хөрмәт билгеһе, хәрби бурысын үтәгәндә, айырыуса яу ҡырында ятып ҡалғандарҙы иҫкә алыу урыны, — тине ул.
Руслан Ғөзәйер улы разведчиктарға һәйкәл төҙөүҙә ҡатнашыусы тырыш ир-егеттәрҙе район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләне. Ойоштороусылар исеменән Д. Д. Ғәбитов иң әүҙем иптәштәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Силәбе, Магнитогорск, Белорет ҡалаларынан запастағы разведчиктарҙың йәмәғәт ойошмалары рәйестәре байрам менән ҡотланы. Магнитогорскиҙан крап береттар ассоциацияһы рәйесе Валерий Баринов Әбйәлилдән хәрби дуҫтарының ҙур эш башҡарыуҙарын юғары баһалап: «Хәҙер һеҙҙең сәскә һалырға, хеҙмәттәш дуҫтарҙы, хеҙмәт йылдарын иҫкә алырға үҙ мөйөшөгөҙ бар», — тине. Райондың «Боевое братство», ГСВГ ойошмаларынан вәкилдәр сығыш яһаны.
Мемориалды асыу хоҡуғы Данил Ғәбитовҡа бирелде. Баҡыйлыҡҡа күскән разведчиктарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, һәйкәлгә венок һәм сәскәләр һалынды.
Рәсәй Ҡораллы көстәренең ҡеүәтле сафында разведчиктар үҙҙәренә генә хас булған мөһим роль башҡара. Образлы итеп әйткәндә, уларһыҙ илебеҙ күҙһеҙ кеше һымаҡ һуҡыр булыр ине. Һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышында ғүмерҙәрен аямай дошман тылына разведкаға барыусы ҡаһарман яугирҙәргә лә оло ихтирам билдәһе. Ә үҫеп килеүсе йәш быуында ул илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләйәсәк.
Данил Ғәбитов:
— Мин 2007 йылда армияға саҡырылдым. Һамар ҡалаһында разведротала өс йыл хеҙмәт иттем. Артабан контракт буйынса ҡалып, бөтәһе 8 йыл ғүмеремде хәрби хеҙмәткә бағышланым. Һәйкәл төҙөү хыялын уйымда бик күптән йөрөтә инем. Әммә хеҙмәт итеп йөрөгәс, уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булманы. Быйыл мартта хәрби хеҙмәттән киттем һәм бына хыялымды тормошҡа ашырырға яҙҙы. Социаль селтәрҙә разведчиктар төркөмөн 2012 йылдан алып барам. Һәйкәл төҙөү тураһындағы теләгемде иң башта шунда дуҫтар менән уртаҡлаштым һәм уларҙың башланғысты бер һүҙҙән күтәреп алыуы, ойошҡанлығы ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, төркөмдә әбйәлилдәрҙән тыш, Магнитогорск, Силәбе ҡалаларында, күрше-тирә райондарҙа йәшәүсе хеҙмәттәш дуҫтар ҙа бар. Улар ҙа ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Форсаттан файҙаланып, бөтә ир-егеттәргә, район хакимиәте, Асҡар ауыл биләмәһе етәкселегенә, райондың баш архитекторына рәхмәт белдерәм.
Читайте нас: