Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йыл һайын үткәрелә торған ҙур матбуғат конференцияһы әҙерләнә, ул ябай булмаған форматта, тура линия элементары менән уҙасаҡ, тип хәбәр итте Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков.
Песков пландарҙың эпидемиологик хәл арҡаһында үҙгәрергә мөмкин булыуын да билдәләне. Конференцияның датаһы һуңыраҡ иғлан ителәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путин менән «тура линия» коронавирус менән бәйле хәл арҡаһында үткәрелмәне. Уҙған йыл Путиндың матбуғат конференцияһы 19 декабрҙә уҙғайны һәм ул иҫәп буйынса 15-сеһе булды. Тәүге тапҡыр журналистар менән аралашыуҙың бындай форматы 2001 йылда ҡулланылғайны.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/