18 ноябрҙә Мәскәүҙә үткән XIV "Рәсәй транспорты" халыҡ-ара форумына ярашлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең транспорт министры урынбаҫары – Федераль юл агентлығы (“Росавтодор”) етәксеһе Андрей Костюктың эш осрашыуы булды.
Ике яҡ республикалағы транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен, ошо маҡсатҡа федераль ресурстар йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, Башҡортостандағы ҙур күпер ҡоролмаларын – Галле ҡалаһы исемендәге урамда Ағиҙел йылғаһы һәм Шаҡша ҡасабаһында Ҡариҙел йылғаһы аша һалынған күперҙәрҙе реконструкциялау проекттары буйынса хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ барҙы. Объекттар ныҡ иҫкергән, конструктив элементтар алмаштырыуҙы талап итә.
Бынан тыш, Федераль юл агентлығы Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү проектын хупланы. Проект дәүләт экспертизаһын уңышлы үткән. Төҙөлөштө 2025 йылға тамамларға ниәтләйҙәр.
Республика Башлығы “Росавтодор” менән берлектәге эштең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.
- Юлдарҙың оҙонлоғо буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләй, шуға күрә транспорт мәсьәләләрен хәл итеү беҙҙең өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән агентлыҡ яғынан ҙур ярҙам күрһәтелә, – тине Радий Хәбиров.
Андрей Костюк әйтеүенсә, республика тәҡдим иткән проекттар федераль кимәлдә финанслау мөмкинлеген ҡарау өсөн көн тәртибенә индерелә. Өҫтәмә аҡса шулай уҡ Өфөнө көнсығыш яҡлап сығыу юлын һалыуға 2020–2021 йылдарҙа бүленәсәк.