+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2020, 12:50

Пароходтарҙың туристик маршруттары тергеҙелә

Башҡортостан Хөкүмәте пароходтарҙың туристик маршрутын тергеҙергә ниәтләй.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Хөкүмәте пароходтарҙың туристик маршрутын тергеҙергә ниәтләй. Республика Премьер-министры Андрей Назаровтың һүҙҙәренсә, бының буйынса халыҡтан мөрәжәғәттәр күп килә. ”Короновирус сәбәпле, халыҡ хәҙер сит илгә бик һирәк йөрөй, күпселеге урында, республикала ял итә. Шуға күрә, киләһе йылдан теплоходта йөрөү маршруттарын тергеҙәбеҙ. Туристар республика тәбиғәте менән һоҡланһын”, - тине Хөкүмәт етәксеһе. Бынан тыш, тауар ташыу буйынса уңайлы, үҙҡиммәте түбән булған йылға пароходствоһында тергеҙәбеҙ, ти А. Назаров.
Читайте нас: