Сибай медицина училищеһында уҡыған сағында яҙмыш буласаҡ тормош иптәше менән осраштыра Хәйбулла һылыуын. Әбйәлил егете Илһам менән байтаҡ дуҫлашып йөрөйҙәр. Ҡыҙ, уҡыуын тамамлап, диплом алыуға туй яһайҙар. Шулай итеп, 1994 йылда Әлмөхәмәт МТС-ы ауылына килен төшә. Ябай ауыл ҡыҙы ғына түгел үҙе: сибәр, белемле, абруйлы һөнәр эйәһе.
Урал участка дауаханаһында ваҡытлыса шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай Гүзәл Ғарифулла ҡыҙы. Ҡыҙы Зәлиә менән декретта ултырғандан һуң, Сиҙәм балалар баҡсаһына медицина хеҙмәткәре булып эшкә сыға. Унан Гөлзәминәләре тыуа. Был юлы бәләкәсен эшкиндереүгә уға участка дауаханаһында даими эш тәҡдим итәләр.
— Иптәшем ғаиләһендә кинйә малай. Боронғо йоланы хөрмәтләп, ҡай-ным-ҡәйнәм Иҙрис һәм Зөһрә Әхмәт-йәновтар менән 10 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙек. Үҙебеҙ эштә саҡта олатай-өләсәй ҡарамағында иркәләнеп үҫкән ҡыҙҙарыбыҙ өсөн күңелебеҙ тыныс булды. Ләкин ғаиләбеҙ ишәйә килә, ололарҙы тыныслыҡта ҡалдырыу, балаларҙы өй өҫтөндә уҡытыу маҡсатында, айырым сығырға булдыҡ. Әмәлгә ҡалғандай, совхоздан фатир бирҙеләр һәм беҙ Сиҙәмгә күстек, — тип һөйләй Гүзәл Ғарифулла ҡыҙы.
Үкенескә күрә, заманында иң бай, миллионер хужалыҡтарҙың береһе булған «Урал» совхозы тарҡалғас, хужалыҡта автобус водителе булған ғаилә башлығы эш эҙләп ситкә сығып китергә мәжбүр була. Эшһеҙ ҙә булмай: ирмен тигән ысын ир ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеүҙе үҙенең төп бурысы тип ҡарай. Өҫтәүенә, ул мәлгә Әхмәтйәновтар тағы ике кешегә арта, бер-бер артлы улдары Илсур менән Илназ донъяға килә. Ә ғаилә усағын һүрелтмәү, тормош-көнкүреш хәстәрҙәре, балаларҙы ҡарау ҡатын иңдәренә төшә. Илһам Иҙрис улы инде тиҫтә йылдан ашыу вахта ысулы менән Хәйбулла районындағы «Юбилейный» карьерында экскаваторсы булып хеҙмәт итә. Яҙмыштың ҡушыуы: Хәйбулланан кәләш алған уҙаман эште лә шул яҡтан таба.
Тормошта эшһеҙлек, билдәһеҙлек арҡаһында тарҡалған ғаиләләр бик күп. Саҡрымдар алыҫлығы арҡаһында, араларына һалҡынлыҡ инеп, айырылышҡан парҙар ҙа әҙ түгел. Гүзәл һәм Илһам Әхмәтйәновтарҙың үҙ-ара ышанысҡа ҡоролған ныҡлы ғаиләһен бындай һынауҙар урап үткән.
— Өлөшөмә эшһөйәр, тырыш, яҡшы тормош юлдашы тура килде. Аталары балалар өсөн өҙөлөп тора. Уның янында үҙемде ышаныслы тоям. Шуға күрә бер ҙә күп бала табыуҙан ҡурҡманым. Күп-һенмәйбеҙ — биш бөртөк кенәләр. Алты йыл элек, бәхетебеҙҙе арттырып, төпсөк улыбыҙ Инсафты алып ҡайттыҡ, — ти йөҙө бәхет нурҙарынан балҡыған әсә.
Ҡыҙҙары һөнәр алып, үҙ аллы хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡан хәҙер. Зәлиә, МДТУ-нан һуң, Өфө авиация университетында магистратураны ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Әлеге көндә Ҡазандағы бер ҙур сәнәғәт предприятиеһы белгесе. Гөлзәминә педучилищела уҡып сыҡҡан, Себер тарафында эшләй. «Бәхеттәре тулы булһын, яҡшы кейәүҙәр насип итһен», — тип теләй әсә уларға.
Амбулаторияла процедура шәфҡәт туташы вазифаһын башҡарған, йөрөй алмаған ауырыуҙарға уколдарҙы өйҙәренә барып яһаған йомшаҡ ҡуллы, ипле һүҙле Гүзәл Ғарифулла ҡыҙының эшендә тотҡарланған саҡтары йыш ҡабатланһа ла, өйөндә тәртип-таҙалыҡ хаким итеүенә, хатта тәмле генә аш та әҙерләнеүенә, мал-тыуарҙың ҡараулы булыуына күңеле тыныс. Ҡул араһына ингән улдары әсәйҙәренә башлыса эш ҡалдырмай. Мәктәптә лә яҡшы өлгәшәләр, спорт менән шөғөлләнәләр. Илсур — 9-сы, Илназ 7-се класта хәҙер. Ағайҙары араһында үҫкән Инсаф та эш рәтенә өйрәнә.
— Күп фатирлы йортта торһаҡ та, бер ҡасан да баҡса үҫтермәй, мал көтмәй, себеш-бәпкәләр алмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Хәҙер хатта шәхси йортта йәшәүселәр ҙә малдарын ҡыҫҡартып бөттө. Сөнки хеҙмәте ауыр. Уның ҡарауы өҫтәлдә үҙебеҙҙең ризыҡ булыуы ни тора! Артҡанын һатыуға ла сығарабыҙ. Малайҙар эшкә, яуаплылыҡҡа өйрәнә. Аталары менән бесәнгә йөрөйҙәр, иҫкерәк булһа ла, тракторыбыҙ бар, — тип һүҙҙе дауам итә Гүзәл апай.
Фатир тигәс тә, бәләкәй генә түгел — өс бүлмәле ул, бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. «Күршеләребеҙ менән аралашып, дуҫ йәшәйбеҙ», ти тормошонан риза, алсаҡ, изге күңелле ҡатын. Ысынлап та, бөтә ғиллә уның асыҡ киң күңелендә һәм сабырлығындалыр. Һикһән йәште үткән ҡәйнәһе Зөһрә Сәхи ҡыҙын да ҙур ғаиләһенә һыйындырып, матур итеп ҡарай, кәрәк сағында дауаларын тәғәйенләй. «Ҡайным мәрхүм булғас, ҡәйнәм алты йыл үҙ аллы донъя көттө әле. Оло кешенең сәләмәтлек хәле тиҙ үҙгәреүсән. Шуға яныбыҙға күсерҙек», — ти. Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, тиҙәр. Гүзәл Ғарифулла ҡыҙының үҙенә лә ғәзиз балаҡайҙарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙаҡ йәшәргә насип булһын!