+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2020, 12:50

Нисек грант алырға?

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» федераль проекты сиктәрендә Йәштәр сәйәсәте лигаһы 12 декабрҙә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән социаль проектлау буйынса онлайн форум-семинар уҙғара.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» федераль проекты сиктәрендә Йәштәр сәйәсәте лигаһы 12 декабрҙә республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән социаль проектлау буйынса онлайн форум-семинар уҙғара.
«Проект трамплины» йәштәр идеяларын тормошҡа ашырыуға башланғыс биреүсе майҙансыҡ буласаҡ. Форум программаһы был өлкәлә башлаусы йәштәргә генә түгел, «стажлы» проект авторҙарына ла фәһемле буласаҡ, ти ойоштороусылар.
Форумда ҡатнашыусылар идеяны нисек проектҡа әйләндереү, грант ярҙамы алыу, 2021 йылда грант конкурстарында ниндәй яңылыҡтар көтөүе хаҡында беләсәк. Программа 10 сәғәттә башлана, теркәлеү https://forms.gle/UNYPjWN7nFrodkqe6 һылтанмаһы буйынса асылған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: