+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2020, 16:14

Экологтар эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек итә

Ошо көндәрҙә “Эшлекле төбәк-2020” конференцияһында Рәсәй экология йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Артем Киреев менән Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Ошо көндәрҙә “Эшлекле төбәк-2020” конференцияһында Рәсәй экология йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Артем Киреев менән Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
– Эшебеҙҙең тәүге көндәренән үк беҙ юридик берәмектәрҙең республика экологияһына йоғонтоһон анализлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙең тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүен танырға кәрәк. Был төп маҡсатыбыҙ – “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҡаршы килә, – тине әңгәмәлә Артем Киреев. – Шуға ла төбәктәге эшҡыуарҙарға экология ҡануниәтен үтәү мәсьәләләре буйынса хоҡуҡи йәһәттән ярҙам итергә, юридик берәмектәрҙең хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡларға кәрәк, тигән һығымтаға килдек.
Әлеге хеҙмәттәшлек эшҡыуарҙарға бизнесты экологияға зыян килтермәйенсә төҙөргә, 2024 йылға бергәләп Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектында билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшергә булышлыҡ итәсәк.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас: