+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2020, 16:39

Иң яҡшыларын һайлап алалар

Demo Day программаһының төп бурысы – һанлы инновациялы эшләнмәләр менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта предприятиелар, стартаптар эҙләү һәм уларҙы йылдам үҫтереү.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Demo Day Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы технологиялар” федераль проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә ғәмәлгә индерелгән IT-проекттар өсөн төбәк акселерация программаһының бер өлөшөн тәшкил итә. Программаның төп бурысы – һанлы инновациялы эшләнмәләр менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта предприятиелар, стартаптар эҙләү һәм уларҙы йылдам үҫтереү.
Әле бөтә республиканан 130-ға яҡын IT эшләүсе акселераторҙа ҡатнаша. Резиденттар белем биреү программаларын үҙләштерә. Тармаҡтағы уңышлы эшҡыуарҙар, төп эксперттар проекттарҙы үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлаша, кәңәш бирә.
10 декабрҙә егерме инноватор жюри ағзаларын һәм йәмәғәтселек вәкилдәрен ҡаҙаныштары менән таныштыра. Эксперттар иң яҡшы проекттарҙы һайлап аласаҡ. Киләсәктә уларҙы тормошҡа ашырыуға аҡса бүленәсәк.
Читайте нас: