БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары күсмә зоопарк һәм дельфинарийҙарҙы ябыуҙы федераль кимәлдә нығытырға ниәтләй. Улар, был хаҡта закон проекты әҙерләп, РФ Дәүләт Думаһына тәҡдим итәсәк. «Йәнлектәр бындай зоопарктарҙа ҡот осҡос шарттарҙа аҫрала, тейешле ветеринар ярҙам, аҙыҡ алмай, саф һауа, ирек күрмәй. Уларҙың яҙмышы аяуһыҙ, сөнки эшлектән сыҡҡан хайуандарҙы зоопарк хужалары ташлап киткән осраҡтар ҙа бар», — тине БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.