Рөстәм Илгиз улы ил башлығын үҙенең ғаиләһе менән таныштырып, был тормошта юғалып ҡалмауы, быйыл донъяла тәүге булып, ике аяғы ла булмаған килеш, ҡулдары менән генә эш итеп, Эльбрусҡа күтәрелеүе тураһында һөйләне. Киләһе йыл тағы ла бейегерәк тауҙы — Гималайҙы яуларға йыйыныуы хаҡында ла әйтте блогер. Һәм ошондай сәфәрҙәр барышындағы ҡаһарманлыҡты видеоға төшөрөүсе махсус төркөм эшләһә ине, тигән теләктәрен еткерҙе. “Инвалидтарҙың мөмкинлектәре сикле түгел, бары йәшәргә теләк булһын”, — тине батыр йөрәкле егет.