+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2020, 12:16

Көнъяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәген яңыртҡандар

Стәрлетамаҡта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәген яңыртҡандар. Уның эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡта “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәген яңыртҡандар. Уның эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты.
Былтыр республика Рәсәйҙең заманса моделле мәшғүллек үҙәктәре булдырыу һәм уларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса 16 пилот төбәге араһына ингәйне. Был маҡсатҡа 40 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелде, уларҙың 95 проценты – федераль бюджеттан. Пилот проектын тормошҡа ашырыу барышында үҙәк бинаһын капиталь ремонтлағандар, уны берҙәм фирма стилендә биҙәгәндәр, ә хеҙмәткәрҙәр тейешле уҡыу үткән.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников белдереүенсә, һөҙөмтәлә мәшғүллек хеҙмәте эшенә ҡараш тулыһынса үҙгәргән. Үҙәктең бинаһын функциональ зоналарға бүлгәндәр. Хәҙер бында көтөү, халыҡҡа мәғлүмәт биреү, килеүселәр һәм эш биреүселәр менән айырым эшләү, төркөм консультациялары, тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, исем туйҙары, әңгәмәләшеү залдары бар. Электрон сират системаһы булдырылған. Килгән халыҡ ағымы менән идара итеү еңелләшкән, сираттар юҡ тиерлек, бар процесс контролдә тотола.
Эшкә урынлашыуҙа ярҙамды үҙәктең беренсе ҡатында күрһәтәләр. Бында һанлы сервистар секторы ойошторолған, килгән кешеләр “Работа в России” Дөйөм Рәсәй вакансиялар базаһына, SkillsNet эшлекле бәйләнештәр селтәренә, дәүләт хеҙмәттәре порталына бер ҡаршылыҡһыҙ инә ала. Икенсе ҡат карьераны үҫтереү, эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек ҡороу өсөн ҡулайлаштырылған, бында төркөмләп шөғөлләнеү залдары бар.
Яңы кадрҙар үҙәге эшкә урынлаштырыуға ғына түгел, ә “Берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса мөһим тормошсан хәлдәрҙе комплекслы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, эш эҙләгән әсәләр бында бала ҡараусы таба йәки сабыйын баҡсаға сиратҡа ҡуя аласаҡ. Йәш белгестәр иһә бәләкәй предприятие булдырыу йәһәтенән ярҙам ала, улар өсөн һөнәри тренингтарҙа ҡатнашыуҙы ойоштороу мөмкинлеге бар. Дөйөм алғанда, үҙәк 35 хеҙмәт һәм сервис тәҡдим итә.
Директоры Сергей Щепакин һөйләүенсә, коронавирус пандемияһы осоронда мәшғүллек хеҙмәте белгестәренә көсөргәнеш ныҡ артҡан. Әгәр ябай осорҙа бер хеҙмәткәргә 70-80 кеше тура килһә, әле 500 самаһы граждан менән эшләргә тейештәр. Мәшғүллек хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итеүселәрҙең артыуы эшһеҙ ҡалғандарға түләүҙәр билдәләү һәм уларҙың күләме күтәрелеүенә бәйле. Шулай уҡ коронавирус сәбәпле барлыҡҡа килгән илдәге дөйөм иҡтисади хәл дә йоғонто яһамай ҡалмаған.
Юрий Мельников белдереүенсә, республикала эшһеҙлектең иң юғары күрһәткесе 2020 йылдың сентябре аҙағына тура килгән. Ул саҡта 128 мең эшһеҙ теркәлгән. Ике ай эсендә был күрһәткесте 114 меңгә тиклем кәметеү мөмкин булған. Тимәк, 14 мең граждан төбәктәге мәшғүллек үҙәгенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге арҡаһында хеҙмәт урыны тапҡан.
Башҡортостан Башлығы кадрҙар үҙәгенең яңырыуын ыңғай баһаланы.
– Бында эш матурлыҡта ғына түгел, ә кешеләргә эш табырға һөҙөмтәле ярҙам итеүҙә, уларҙы дәртләндереүҙә. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренә лә бында бик уңайлы, килгән халыҡ өсөн дә бөтөн шарттар булдырылған, - тине Радий Хәбиров. – Милли проект нигеҙендә республикала тағы ошоноң кеүек бер нисә заманса үҙәк барлыҡҡа килергә тейеш. Икенсеһен әле Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында эшләйбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: