+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 17:44

14 декабрь — Башҡорт теле көнө

Һуңғы йылдарҙа14 декабрь көнө республикабыҙҙа Башкорт теле көнө тип үткәрелә башланы. Был дата ҡасан барлыҡҡа килгән һәм уның маҡсаты нимәлә һуң?

Һуңғы йылдарҙа14 декабрь көнө республикабыҙҙа Башкорт теле көнө тип үткәрелә башланы. Был дата ҡасан барлыҡҡа килгән һәм уның маҡсаты нимәлә һуң?
Иң тәүге тапҡыр 2015 йылда Аҡмулланың тыуған көнө тип үткәрелһә, 2019 йылдан Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы тарафынан рәсми рәүештә “Башҡорт теле көнө” тип билдәләнә башланы. Бындай байрам беҙҙә генә түгел, башҡа халыҡтарҙа ла бар. Мәҫәлән, “Татар теле” көнө – Ғабдулла Туҡайҙың, ә “Рус теле” көнө Пушкиндың тыуған көнөнә тура килә. Һәм “Башҡорт теле көнө”н тап ошо датала үткәреү ҙә башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килтерелгән. Шуға был байрам сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө саралар ойошторола. Ошондай байрамдарҙың үткәрелеүе өлкәндәр өсөн генә түгел, ә үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн дә бик кәрәк. Сөнки хәҙер күпселек йәштәр, балалар үҙ-ара башҡортса һирәк аралаша. Бының үҙенә күрә сәбәптәре лә барҙыр. Ни өсөн тигәндә, хәҙер заман талаптарына ярашлы һәр беребеҙҙең ҡулында гаджеттар. Хатта яңы теле асыла башлаған кескәйҙәргә лә ата-әсәләр телефон тоттороп ҡуя, рус телен белеп, аңлап үҫһен тип балалары менән дә русса аралашырға тырыша. Һөҙөмтәлә, үҙ туған телендә фекерләргә, уҡырға ла белмәгән быуын үҫә. Телде һаҡлау мәсьәләһен ғаилә эсендә башларға бурыслыбыҙ. Иң тәү сиратта, үҙебеҙ башҡорт телендә аралашырға, балаларыбыҙға бишектән үк башҡортса әкиәттәр һөйләргә, бергәләп башҡорт йырҙарын тыңлап, туған телдәге тапшырыуҙар ҡарап үҫтерергә тейешбеҙ. Әлбиттә, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырға ла ярамайҙыр. Балаларын башҡорт рухлы итеп, телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәтеп үҫтереүсе ата- әсәләр ҙә юҡ түгел. Мәктәптәрҙә лә башҡорт теле уҡытыусыларының телде үҫтереүгә йүнәлтелгән тырышлыҡтары юғары баһалана. Улар уҡыусыларҙың күңелендә әсә теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә, ихтирам уятыуҙа ла ҙур роль уйнай.
14 декабрь Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһала. Йыл тамамланды тип, телде һаҡлауҙы, яҡлауҙы оноторға ярамай. Киләсәктә лә туған телебеҙ йәшәргә, үҫергә һәм сәскә атырға тейеш!
Читайте нас: