Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 12:24

Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

«Сәләмәт ауыл – 2020» район конкурсының еңеүселәре билдәле булды. Быйыл физик һәм рухи сәләмәтлек ярышында 12 ауыл ҡатнашты.

«Сәләмәт ауыл – 2020» район конкурсының еңеүселәре билдәле булды. Быйыл физик һәм рухи сәләмәтлек ярышында 12 ауыл ҡатнашты. Район хакимиәте, ҡоролтай һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тарафынан ойошторолған, йылдан-йыл популярлыҡ яулай барған конкурс үҙенең юбилейлы, бишенсе миҙгелен тамамланы һәм ошо арауыҡта Әбйәлил халҡын уятҡан, әүҙемләштергән, райондың социаль тормошонда әһәмиәтле, кәрәкле сара булыуын раҫланы.
Әбйәлил халҡы күтәрелеүгә бик еңел. Сәм, ғәм һәм дәрт — ҡаныбыҙҙа. Бары бер аҙ этәргес көс кенә кәрәк. Беҙҙең район ерлегендә яралған «Сәләмәт ауыл» конкурсы менән дә шулай булды. Ойоштороусыларҙың бәйгегә ылыҡтырғыс көскә эйә ҡеүәтле башланғыс биреүе етте. Артабан «Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!» — тип теләк белдергән ауылдар халҡы үҙҙәре үк конкурстың традицияға әйләнеүенә булышлыҡ итте. «Шуны йәки быны үткәрһәк нисек булыр икән?» — тигән яңы, яҡшы тәҡдимдәр ойоштороусылар тарафынан фәҡәт хуплау тапты, улар шул ауылда ғына тормошҡа ашырылып ҡалманы, иң уңышлылары башҡа урындарҙа ла күтәреп алынды, конкурс сиктәрендә үткәрелгән саралар планына индерелде. Ғөмүмән, биш йылда «Сәләмәт ауыл» конкурсы шарттары халыҡтан сыҡҡан идея-теләктәр менән байытылып, камиллаштырылып, башҡа төбәктәргә үрнәк булырҙай тотороҡло һәм сәләмәт ауыл-ара ярышҡа әйләнде. Еңеүселәрҙе спорт ҡорамалдары менән бүләкләү ҙә бәйгенең яҡшы дәртләндергес һөҙөмтәләренең береһе булып тора. Ошоғаса уларҙы һатып алыуға район аҡса бүлһә, ағымдағы йылда быға өҫтәп «Сәләмәт ауыл» проектының грантҡа лайыҡ булыуы бәйгеселәргә ҙур бүләктәр яһауға булышлыҡ итте.
Ә бәйге йылдағыса Яңы йыл каникулдарынан уҡ дөргөн башланғыс алды. Урындарҙа йәмәғәт активистары, ауылдаштарын йәлеп итеп, бик күп эштәр башҡарҙы. Айырыуса йылдың башы, пандемияға тиклемге өс ай, ваҡиғаларға уғата бай, уңышлы булды. Ғинуар-март айҙарында һәр ауылда тиерлек саф һауала ололар һәм балалар ҡатнашлығында ҡышҡы уйындар, ярыштар ойошторолдо. Хәмит, Салауат, Иҫке Балапан, Бикҡол ауылдарында район һәм төбәк саңғы ярыштары уҙҙы. Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы арҡаһында яҙ-йәй миҙгелдәрендә «Сәләмәт ауыл» конкурсы бер аҙ һүрелеп китһә лә, бөтөнләй һүнергә ирек ҡуйманылар: онлайн саралар, күршеләр, урамдар араһында һәм шәхси беренселеккә бәйгеләр ауыл халҡын һәр ваҡыт тонуста тотто. Көҙгә ҡарай һаҡланыу сараларын күҙәтеп, асыҡ һауала саралар үткәрергә рөхсәт бирелгәс, йәнә лә әүҙемлек көсәйҙе. Сентябрҙә үткән Бөтә Рәсәй милләттәр кросында «сәләмәт ауылдар» актив ҡатнашты. ГТО нормативтарын тапшырыу ярышы ҙур спорт байрамына әйләнде.
«Сәләмәт ауыл» конкурсы киң халыҡ массаһын йәлеп иткән спорт сараларынан, ярыштарҙан ғына тормай. Ауылды сәләмәтләндереү йәһәтенән бер юлы башҡа күп мөһим эштәр ҙә алып барыла һәм шул критерийҙар үтәлеше йыллыҡ йомғаҡта иҫәпкә алына. Шуларҙың береһе — демографик күрһәткес. 2020 йылда конкурста ҡатнашыусы ауылдар араһында иң күп тыуым Дәүләттә булған, бында 7 бала донъяға килгән, Ишҡолда һәм Хәмиттә 5-әр бала тыуған. Һәр ауылда тиерлек туйҙар гөрләгән. Иҫке Балапан, Һәйетҡол, Таҡһыр, Бикҡол, Ишбулды, Хәмит ауылдарында никах тарҡалыу осраҡтары теркәлмәгән. Иҫке Балапан, Һәйетҡол, Һамар, Салауат, Ишбулды, Хәмит ауылдарында иҫәптә торған балалар һәм өлкәндәр юҡ. Ғаилә низағтары буйынса Бикҡол, Иҫке Балапан, Салауат ауылдарынан административ комиссияла ҡаралыусылар булмаған. Төп күрһәткестәрҙең береһе булып ГТО нормативтарын үтәү тора. Ярышта 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 54-е алтын һәм көмөш билдәләргә лайыҡ булған. Ишбулды, Бикҡол, Дәүләт, Салауат, Һәйетҡол ауылдары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Ишбулды ауылы уҙаманы Рәүеф Шөғүров 70 йәштән өлкәндәр категорияһында ГТО-ның көмөш билдәһенә лайыҡ булған. Конкурс сиктәрендә башҡарылған йыллыҡ эштәрҙе сағылдырған альбомдар араһында бикҡолдар, әбдрәштәр, ишҡолдар һәм атауҙылар уны йөкмәткеле итеп төҙөүҙәре һәм ижади ҡараш йәһәтенән айырылған.
«Сәләмәт ауыл» конкурсын йомғаҡлау һәм бүләкләү сараһына йылдағыса бөтә активистарҙы ла йыйманылар. Һәр ауылдан ҡатнашҡан делегациялар ауылдаштарына ҡотлаусыларҙың теләктәрен еткергәндер, моғайын. Ә тәбрикләүҙәр, ысынлап та, йылы, тос булды. Район башлығы И. Т. Нафиҡов «Сәләмәт ауыл»дың ойоштороусыларына — социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Р. Б. Фәттәховҡа, ҡоролтай рәйесе В. Ә. Илһамовҡа, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Л. К. Сәғәҙиеваға һәм конкурсты йәшәткән, йәшнәткән ауылдар халҡына рәхмәт белдерҙе, Әбйәлилдә нигеҙ һалынған яңы традицияның оҙон ғүмерле булыуын теләне.
— Конкурстың әһәмиәте ҙур: ул социаль күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға, эскелеккә, бүтән насар ғәҙәттәргә ҡаршы көрәшкә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, ауылдарҙа сәләмәт мөхит булдырыуға йүнәлтелгән. Грантҡа лайыҡ булыу ҙа социаль әһәмиәтлелеген дәлилләй. Ә грант проектын яҙыу, уның отчеттарын башҡарыу ҙур мәшәҡәтле эш. Һеҙ быны атҡарып сыға алдығыҙ», — тип ҙурланы Илдар Таһир улы.
Шулай итеп, грант саралары менән бергә район ҡаҙнаһынан бүленгән финанслауҙан дөйөм бүләк фонды 300 мең һум тәшкил иткән. Быға 50 пар саңғы, ике теннис өҫтәле, йүгереү өсөн тренажер, бокс менән шөғөлләнеү өсөн алты йыйылмаһы, скандинав таяҡтары, волейбол, футбол, баскетбол туптары һатып алынған. Конкурста ҡатнашҡан һәр ауылға бүләктәр мул төштө. Һәйетҡолдар «Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа әүҙем һәм ижади эшмәкәрлек», таҡһырҙар «Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау ысулдарының күп төрлөлөгө», әбдрәштәр «Сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереүгә һалған ҙур тырышлыҡ», ишҡолдар «Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡулланыу буйынса иң яҡшы тәжрибә», һамарҙар һәм атауҙылар «Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа тырышлыҡ» номинацияларында бүләкләнде.
Призерҙар ике төркөмдә билдәләнде. Халҡы һаны 500-гә тиклем булған бәләкәй ауылдар араһында Иҫке Балапан ауылы еңеүсе булды. Икенсе-өсөнсө урындарҙы салауаттар һәм бикҡолдар бүлеште. Ҙур ауылдар араһында Ишбулды ауылы беренсе урын яуланы, икенсе урынға — дәүләттәр, өсөнсөгә хәмиттәр сыҡты. «Сәләмәт ауыл» конкурсы тамамланһа ла, был ауылдарҙа сәләмәт йәшәү рәүеше артабан да дауам итәсәк.
Урындарҙа һәр сараны башлап йөрөүселәр район конкурсын уҙғарыуға индергән тос өлөштәре өсөн район хакимиәте, ҡоролтай һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Улар — Гөлсөм Аҫылғужина (Ишҡол), Рушан Әхмәтйәнов (Салауат), Илнар Тимерйәнов (Бикҡол), Ғәбдинур Йосопов (Иҫке Балапан), Гүзәл Камалова (Һәйетҡол), Азат Ғиләжев (Һамар), Рәмилә Кәримова (Таҡһыр), Рәмилә Нуритдинова (Хәмит), Айрат Хәлисов (Ишбулды), Римма Замалитдинова (Атауҙы), Нәзифә Солтанова (Дәүләт), Айбулат Сабитов (Әбдрәш). Йыл һайын «Сәләмәт ауыл» конкурсы сиктәрендә ГТО тапшырыу ярыштарын үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән ДЮСШ хеҙмәткәре Әлфирә Усмановаға ла почет грамотаһы бирелде. Конкурсҡа үҙҙәренең әүҙем гражданлыҡ позицияһы, тынғыһыҙ булмыштары менән йән өргән, йәм өҫтәгән активистар рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Читайте нас: