-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 18:10

Еңеүселәр исемлегендә – Башҡортостан студенттары

“Йыл студенты-2020” Рәсәй милли премияһы йомғаҡтары иғлан ителде. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылған проект Рәсәй йәштәр союзы һәм “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы менән берлектә ойошторолдо. Еңеүселәр араһында Башҡортостан студенттары ла булыуы һөйөнөслө.
“Йыл киберспорт клубы” номинацияһында Өфө дәүләт нефть техник университетының киберспорт клубы еңеү яуланы. “Йылдың ижади шәхесе” тигән номинацияла М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Дарья Хохлова иң яҡшыһы тип табылды. Ә Башҡорт дәүләт университетының Юридик клиникаһы “Йылдың юридик берләшмәһе” исеменә лайыҡ булды.
“Йыл студенты-2020” премияһының төбәк этаптарында 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, ә финалға юғары уҡыу йорттарынан – 600, урта һөнәри уҡыу йорттарынан 400 студент сыҡты. Илдең 65 төбәгендәге уҡыу йорттарын һәм студенттарҙы берләштергән сараның финалы 2–6 декабрь арауығында үтте.
Илдәге хәл-торошто иҫәпкә алып, конкурс һынауҙары онлайн-форматта ойошторолдо. Ә финалға үтеүселәр сараға һәр төбәктә булдырылған студия-майҙансыҡтар аша ҡушылды.
Быйылғы “Йыл студенты” премияһы илдең Мәғариф министрлығының Рәсәйҙә иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылын үткәреү буйынса планына ярашлы үтте.
Читайте нас: