Атап әйткәндә, иң юғары пробалы миҙалға һәм беренсе дәрәжәләге дипломға ит, һөт ризыҡтары технологияһы һәм химия кафедраһы тәҡдим иткән “Бешкән-ыҫланған фин сервелаты”, “Бешкән итле” колбаса лайыҡ булды. Йәнә лактозаһыҙ йогурт, “Ҡымыҙ+бал” эсемлеге, “Башҡорт” зефиры, икмәк таяҡсалары, “Студент” күмәсе “алтын” менән бүләкләнде. “Иглин” һәм “Краков” хәләл колбасаһы, шулай уҡ талҡан менән ойотҡонан яһалған “Буҙа” эсемлеге икенсе дәрәжәләге диплом яуланы.