-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 12:37

Тел Ҡытайға ла илтер

Тел Киевҡа еткерер, тигән билдәле, нығынған һүҙбәйләнеште, хәҙер донъяуи масштабта киңәйтеп, үҙгәртеп ҡулланыу заман заңына нығыраҡ тап килә. Айырыуса йәштәр өсөн сиктәр юҡ кеүек: улар бер ниндәй ҡурҡыуһыҙ сит илдәргә юллана, икенсе ҡитғаларҙы буйһондора.

Тел Киевҡа еткерер, тигән билдәле, нығынған һүҙбәйләнеште, хәҙер донъяуи масштабта киңәйтеп, үҙгәртеп ҡулланыу заман заңына нығыраҡ тап килә. Айырыуса йәштәр өсөн сиктәр юҡ кеүек: улар бер ниндәй ҡурҡыуһыҙ сит илдәргә юллана, икенсе ҡитғаларҙы буйһондора. Әлбиттә, ят мөхиттә үҙеңде ышаныслы тойоу, «үҙ тәрилкәңдә булыу» өсөн, тәү сиратта, тел белеү мөһим. Биш тел белгән Асҡар ҡыҙы Физәлиә Махийәнованы полиглот тип атау һис артыҡ булмаҫ. Ул буласаҡ тәржемәсе. Төп профиле — ҡытай теле. Телһөйәр ҡыҙ, сит телде тәрәндән өйрәнеү маҡсатында, бер йыл Ҡытайҙа стажировка үтеп ҡайтҡан. Ә тәүбашлап быға юл — телдәр өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу — мәктәп йылдарында туған телде яратып уҡыған сағында һалынған.
— Мин Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡыным. Ғаиләлә тик башҡортса һөйләшһәк тә, туған телгә, уны фән булараҡ өйрәнеүгә һөйөүҙе талантлы һәм талапсан уҡытыусым Альбина Муллахмәтова уятты. Юғары кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара республика олимпиадаһы призеры инем. Туған телгә һөйөү башҡа телдәрҙе өйрәнеү теләген көсәйтте. 11-се класта профориентация буйынса үткән осрашыуҙарҙың береһенә беҙгә Башҡорт дәүләт университетынан килделәр. Шунда башҡорт филологияһы факультеты базаһында ике-өс йыл элек асылған шәрҡиәт бүлеге, унда ҡытай теле буйынса уҡытыуҙары, өсөнсө курста яҡшы уҡыусы студенттарҙы Ҡытайға стажировкаға ебәреүҙәре тураһында ишеттем. «Был минеке!» — тигән уй башымдан йүгереп үтте. Һәм маҡсатлы рәүештә нәҡ шунда уҡырға инергә әҙерләндем. Ата-әсәйем был һайлауыма ҡаршы килмәне. Тиҙҙән гимназияны уңышлы тамамлап, БДУ-ға уҡырға индем, — тип һөйләй Физәлиә.
Студент йылдарының тәүге ике курсы Өфөлә уҙа. Факультетта башҡорт, рус, төрөк, инглиз, ҡытай телдәре һәм башҡа гуманитар предметтар буйынса белем ала. Беренсе курста профиль буйынса Ҡытайҙа уҡып ҡайтҡан үҙебеҙҙең милләт уҡытыусыһы уҡытһа, икенсе курста Ҡытайҙан килгән уҡытыусыға күсәләр. Баш ҡалабыҙҙа уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттарында ирекмән булып ҡатнашыу ҙа Физәлиәгә сит ил телдәре буйынса алған белемен ғәмәлдә ҡулланыу мөмкинлеге бирә. Өфөлә уҡыусы Ҡытай студенттары менән дуҫлашып, аралашыу ҙа телмәрҙе үҫтереүгә яҡшы йоғонто яһай. «Ҡытайға стажировкаға иң һәйбәт уҡығандарҙы ғына һайлауҙарын белә инем һәм бының өсөн ныҡ тырыштым», — тип һөйләй үҙе.
БДУ Ҡытайҙың Шэньян ҡалаһындағы Ляонин университеты менән алмашыу буйынса хеҙмәттәшлек итә. Йәғни беҙҙең студенттар унда ҡытай телен үҙләштерергә ебәрелһә, уларҙың йәштәре бында рус телен өйрәнергә килә. Бөтә университеттан сит илгә стажировкаға барасаҡ 13 студент иҫәбенә эләккән биш төркөмдәше араһында уңыш маҡсатлы һәм ныҡышмал яҡташыбыҙға ла йылмая. Быға тиклем аяҡ баҫмаған ете-ят ерҙә тотош бер уҡыу йылын уҙғарырға! Әйтеүе генә анһат. Рухи яҡтан күптән әҙер Физәлиәгә алыҫ һәм уны оҙаҡҡа алып китәсәк юлға йыйыныуы ауыр булмай. Яҡты хыялына яҡынлашыуы, киреһенсә, күңелен елкендерә. Мәскәүҙә аэропортҡа оҙатырға килгән МДУ-ла уҡыусы һеңлеһе Илүзә менән дә йылмайып-көлөп хушлаша.
— Самолет ерҙән күтәрелгәс кенә яманһыу булып китте. Тыуған илдән айырылыу хисенең ауырлығын шунда тойҙом. Ләкин Ҡытайға килеп төшкәс, болоҡһорға бөтөнләй урын да, ваҡыт та ҡалманы. Беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар, кампусҡа илттеләр. Кампус — ул университет ҡаласығы, уҡыу йорто ҡарамағындағы бөтә учреждениелар ҙа бер урында урынлашҡан уңайлы биләмә. Әйтәйек, уҡыу корпусы бында, ятаҡхана тегендә, китапхана, спорт һәм мәҙәниәт комплекстары өсөнсө яҡта түгел. Сит ил студенттары йәшәгән ятаҡҡа урынлаштырҙылар. Ер шарының төрлө тарафтарынан ҡытай телен өйрәнеү курстарын үтергә килгән замандаштарыбыҙ менән күрше йәшәнек: япондар, француздар, корейҙар һәм башҡалар. Кемдәрҙер, беҙҙең кеүек, ҡытай телендә арыу уҡ һупалап, артабан уны төплө өйрәнеү маҡсатында килһә, ҡыҙыҡһыныу һәм хеҙмәт мәнфәғәттәре буйынса үҙләштерергә теләгән башлап өйрәнеүселәр ҙә бар ине. Улар менән башлыса инглизсә аңлаша торғайныҡ. Беҙ белем алған университет провинциялағы иң абруйлы уҡыу йорто, — тип стажировка хәтирәләрен бәйән итте Ф. Махийәнова. — Әйткәндәй, ниндәй сит телде өйрәнәһең, шул мөхиткә юлыҡмайынса, уны тиҙ генә үҙләштереп булмай. Ҡытайға килгәс кенә ҡытайса иркен һөйләшә башланым. Бүлмәләшем, һабаҡташым Баймаҡ ҡыҙы Айгүзәл менән үҙ-ара башҡортса һөйләштек. Ата-әсәй, туғандарыбыҙ менән көн дә видеоэлемтә аша бәйләнешкә сыға торғайныҡ.
Физәлиәнән ҡытай менән башҡорт телдәре араһында берәй оҡшашлыҡ бармы, тип ҡыҙыҡһындым. «Юҡ, хатта яҙмала иероглифтар ҡулланған япон, корей телдәре менән дә яҡын түгел. Ҡытай иероглифтары ныҡ күп, алфавит тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ», — тип яуапланы.
— Һәр бер тел үҙенсәлекле. Лингвист булараҡ, бөтә телдәрҙе лә ихтирам итәм. Сит телдәр белеү алдыңда икенсе донъяларға ишектәр аса. Шуға күрә төрлө ҡәүем кешеләре араһында бәйләнеш булдырыу, телде белмәүгә бәйле ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү буйынса үҙемде тәржемәсе итеп күрергә теләйем. Ә башҡорт теле минең өсөн иң изгеһе. Ул башҡаларҙан моңлораҡ та, яғымлыраҡ та. Өйгә ҡайтһам, рәхәтләнеп үҙ телемдә һөйләшәм. Башҡортса шиғырҙар уҡырға яратам, — тип дауам итте әңгәмәсем.
Илһөйәр ҡыҙ тыуған еренә лә һүҙ тейҙермәй. Ләкин Ҡытайҙың иҡтисади йәһәттән үҫешкән ил булыуын билдәләй: «Пекинда булдым, ауылдарын да күрергә яҙҙы. Сағыштырырға яратмайым, әммә унда беҙгә ҡарағанда яҡшы йәшәйҙәр. Дәүләт кимәлендә халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтелә. Ғөмүмән, ҡытайҙар үҙҙәре лә бик эшһөйәр, тәртип яратҡан халыҡ. Барыбыҙға ла мәғлүм: коронавирус пандемияһын да улар шуның өсөн тиҙ еңде», — ти ул.
Дүртенсе курста уҡыуын йәнә Өфөгә ҡайтып дауам иткән Әбйәлил ҡыҙы ижтимағи тормоштан ситтә ҡалмай. ШОС һәм БРИКС форумдарында ирекмән булып ҡатнаша. 2019 йылда Өфөлә үткән Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡала мэры Өлфәт Мостафиндың тәржемәсеһе була. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында практика үткән яҡташыбыҙҙы һуңыраҡ «Ҡытай-башҡорт һүҙлеге»н төҙөүҙә ҡатнашырға саҡыралар. Фәндәр академияһында нәшер ителәсәк һүҙлек тәржемә өлкәһендә рәсми әсбап буласаҡ.
Үҙен киләсәктә логистика йүнәлеше буйынса тәржемәсе итеп күргән Физәлиә уҡыуға ныҡ яуаплы ҡарай. Шуға күрә Ҡытай тарихын, дәүләт ҡоролошон, иҡтисадын, сәйәсәтен, географияһын, мәҙәниәтен ентекле өйрәнә. БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлағас, артабан уҡыуын магистратурала — Санкт-Петербург дәүләт университетының шәрҡиәт факультетында дауам итә. Бында ла тел буйынса белемен камиллаштыра, хәҙерге Ҡытайҙы комплекслы өйрәнә. Тәржемәләү оҫталығын ғәмәлдә һынай — уҡыу араһында төрлө компанияларҙың эшлекле, рәсми документтарын руссанан ҡытайсаға әйләндерә. Быйыл сентябрҙә яҡташыбыҙ Тайвандәге Чженьчжи университетына ярты йылға стажировкаға китергә тейеш булған. Әммә пандемия сәбәпле, дистанциялы рәүештә уҡырға мәжбүр. Был Физәлиәнең тормошонда һуңғы уҡыу йылы. Артабан уны ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс хеҙмәт дәүере көтә.
Читайте нас: