-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2020, 10:10

1676 яңы йыл ҡаласығы төҙөләсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципаль берәмектәр хакимиәте башлыҡтары менән видеоконференцэлемтә форматында үткәргән кәңәшмәлә башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән яңы йыл байрамдарына әҙерлек мәсьәләһе лә ҡаралды.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципаль берәмектәр хакимиәте башлыҡтары менән видеоконференцэлемтә форматында үткәргән кәңәшмәлә башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән яңы йыл байрамдарына әҙерлек мәсьәләһе лә ҡаралды.
Муниципаль берәмектәр еткергән мәғлүмәткә ярашлы, Башҡортостан Республикаһында ағымдағы йылда 1676 яңы йыл ҡаласығын төҙөкләндереү планлаштырылған.
– Бынан алда пандемияға бәйле яңы йыл ҡаласыҡтары иҫәбен арттырыу кәрәклеген әйтеп үткән инек. Ҡабаттан боҙ ҡаласыҡтары һанын арттырыу мөмкинлеген ҡарауҙы һорайбыҙ. Идарасы компаниялар менән эш алып барығыҙ, ихаталарҙа ҡаласыҡтарҙы тәртипкә килтерегеҙ, – тип мөрәжәғәт итте кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға Борис Беляев.
Кәңәшмәнең көн тәртибендәге артабанғы мәсьәләләр ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" милли проектын тормошҡа ашырыуға һәм "Башҡорт ихаталары" республика программаһы буйынса эштәрҙе тамамлауға ҡағылды.
Читайте нас: