-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2020, 22:06

Халыҡ иҫәбен алыу “цифрлы” буласаҡ

Башҡортостанда 2021 йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу мөмкин тиклем “цифрлы” була, цифрлы технологиялар ҡулланыласаҡ, тип белдерҙе Өфө ҡалаһы статистика бүлеге начальнигы Оксана Даянова.

Башҡортостанда 2021 йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу мөмкин тиклем “цифрлы” була, цифрлы технологиялар ҡулланыласаҡ, тип белдерҙе Өфө ҡалаһы статистика бүлеге начальнигы Оксана Даянова. Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1-31 октябрендә үтергә тейеш ине. Ләкин, коронавирус пандемияһы сәбәпле, был мөһим сара күсерелде һәм 2021 йылдың 1-нән 30-ы апрелгә тиклем үтәсәк. Хәҙерге ваҡытта әҙерлек эштәре бара. Халыҡ иҫәбен алыу ил нисек йәшәй, унда ниндәй иҡтисади-демографик үҙгәрештәр бара, халыҡтың тормош кимәле, йәшәү рәүеше нисек булыуын асыҡлау кеүек һорауҙарға яуап алыу өсөн уҙғарыла. Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары демографик хәлде яҡшыртыуға, социаль һәм ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дәүләт программаларын әҙерләү өсөн сығанаҡ булып тора, халыҡтың матди, белем һәм мәҙәни кимәлен асыҡларға ярҙам итә.
Читайте нас: