+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2020, 23:05

1,5 миллион һумлыҡ грант кемгә эләгер?

“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары. Студенттар” – ул 1,5 миллион һумлыҡ грантты яулау мөмкинлеге лә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Студенттар – “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” конкурсының икенсе миҙгеленең махсус йүнәлеше.
Был сараның маҡсаты – йәштәрҙең Рәсәйҙә туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ тармаҡтарындағы башланғыстары буйынса иң яҡшы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән иң төп маҡсат. Был сара шулай уҡ 18 – 30 йәшлектәр араһында ошо тармаҡтарҙа хеҙмәтләндереү стандарттарын һәм һөнәр абруйын күтәреү маҡсатында ойошторола.
“Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары. Студенттар” – ул 1,5 миллион һумлыҡ грантты яулау мөмкинлеге лә. Өҫтәүенә ошо йүнәлеш буйынса магистратураға уҡырға ингәндә өҫтөнлөккә эйә булыу. Тағы туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ тармағында эшләгән эш биреүселәр менән танышырға мөмкин.
Был сара теркәлеү, һайлап алыу, төбәк ярымфинал һәм финал кеүек этаптарҙан тора. Арауыҡтағы этапта юғары һөҙөмтәләр күрһәткәндәр “Мәғәнәләр биләмәһе”, “Таврида”, “Машук” кеүек дөйөм Рәсәй форумдарында ҡатнаша ала.
Әйткәндәй, был конкурста бушлай ҡатнашырға мөмкин. Иң мөһиме: 15 ғинуарға тиклем заявка биреп өлгөрөү зарур. Тулыраҡ мәғлүмәт менән республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтында танышырға мөмкин. Әйткәндәй, был сараны үткәреү ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифттар” федераль проекты ярҙамында мөмкин буласаҡ.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас: