-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2020, 13:33

Бәхет эҙләп ситкә йөрөмәгәндәр

Үҙ көстәре менән донья көтөп, лайыҡлы балалар үҫтереүсе, һоҡланғыс парҙар, тырыш ғаиләләр Үтәгән ауылында ла етәрлек. Йәштәр урамындағы нурлы йортта уңған ҡыҙҙар тәрбиәләгән, ауылдаштарына үрнәк булған йәштәр —Мөршиҙә һәм Рим Фәтхуллиндар йәшәй.

Ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн ҡул көсөн дә, күңел ҡеүәтен дә һалғандар күп, шөкөр. Үҙ көстәре менән донья көтөп, лайыҡлы балалар үҫтереүсе, һоҡланғыс парҙар, тырыш ғаиләләр Үтәгән ауылында ла етәрлек. Йәштәр урамындағы нурлы йортта уңған ҡыҙҙар тәрбиәләгән, ауылдаштарына үрнәк булған йәштәр —Мөршиҙә һәм Рим Фәтхуллиндар йәшәй. Бер ауылда тыуып үҫкән егет менән ҡыҙ, 1998 йылда өйләнешә һәм ошонда төпләнергә ҡарар итә.
— Юлдыбай техникумын тамамлағас Асҡарҙа һатыусы булып эш башланым, — ти йорт хужабикәһе. — Рим ул ваҡытта әрме хеҙмәтенән ҡайтып, водитель булып эшләй ине. Өйләнешкәс, бәхет эҙләп ситкә китмәнек, тыуған ауылыбыҙҙа йәшәргә ҡалдыҡ.
Йәштәрҙең тормошона йәм өҫтәп ҡыҙҙары Лилиә, Гүзәлиә, Гөлдәриә һәм Диләрә доньяға килә. Әле өлкәндәре Өфө медицина колледжын тамамлап, республика дауаханаһында эшләп йөрөй. Быйыл йәй Буранғол ауылы егете Айҙар менән сәстәрен сәскә бәйләгәндәр. Гүзәлиә Өфөләге статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенты булһа, Гөлдәриә — Амангилде урта мәктәбенең етенсе класында уҡый. Мәктәптә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай. Апайҙары кеүек районда үткән төрлө конкурс-бәйгеләрҙә, спорт ярыштарында ҡатнашып призлы урындар, грамоталар ала. Кескәйҙәре Диләрәгә әле өс кенә йәш. Ул да балалар баҡсаһында үткән сараларҙа теләп ҡатнаша.
Мөршиҙә Әхиәт ҡыҙы ауылдағы магазинда эшләп, декрет ялына сыҡҡан. Өйөндә лә бар эшкә өлгөрөп, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатын Үтәгән ауылының «Суҡмуйыл» халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы ла. Тормош иптәше иһә, вахта ысулы менән Өфөлә эшләп йөрөй.
Күпләп мал-тыуар ҙа аҫырайҙар,ҡош-ҡорт та үрсетәләр, баҡсала күҙ яуын алырҙай сәскәләрен дә, мул уңыш биргән йәшелсә, емеш-еләктәрен дә үҫтерәләр. Донья көтөүгә бар тырышлыҡтарын һалып, бәхетле, матур ғаилә булып, ауылдаштарына үрнәк күрһәтеп йәшәй Фәтхуллиндар.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Читайте нас: