1994 йылдың 11 декабрендә Чечен Республикаһында тоҡанған утты беҙҙең илдә «һуғыш» тип атарға ғәҙәтләнмәгәндәр. Матбуғатта, рәсми документтарҙа ул «Конституцион тәртип урынлаштырыу», «Чечен кампанияһы», «Контртеррористик операция» кеүек исемдәр менән йөрөтөлә. Әммә ошо осорҙа Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәгән һәр егет был ваҡиғаларҙың ысын яу икәнлеген белә, сөнки улар ҡан ҡойоп һуғышты, иптәштәрен юғалтты, әсирлеккә эләкте, танк эсендә янды, минаға эләгеп, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ, йә күҙһеҙ ҡалды, һәләк булды...
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарының да күңелдәре, йөрәктәре ҡаралай көйөп, утлы күмергә әйләнде. Был көндән алып 26 йыл үтһә лә, ҡурҡыныс, фажиғәле көндәр 20 йәшендә генә ветеран исемен алған яугирҙәр хәтеренән юйылмай.
Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән 5042 һалдат 1994 – 1996 йылдарҙа барған беренсе Чечен һуғышында, тағы 4572-һе 1999 – 2002 йылдарҙағы локаль бәрелештәрҙә һәләк булды, 700-гә яҡыны хәбәрһеҙ юғалды. Кавказ тауҙарында барған аяуһыҙ яуҙарҙа Әбйәлил егеттәре лә башын һалды.
Улар тураһында хәтер һүнмәһен, юйылмаһын тигән маҡсатта «Боевое братство» ойошмаһының район филиалы яугирҙәре, Асҡарҙа үҙ көстәре менән ҡуйылған мемориалға йыл да 11 декабрҙә сәскәләр һалыуҙы, иҫтәлекле сара уҙғарыуҙы йолаға әйләндерҙе.
Быйыл, хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, район үҙәгенә тиҫтәгә яҡын хәрби хәрәкәттәр ветераны килде. Тантаналы митингыла шулай уҡ район хәрби комиссары урынбаҫары М. В. Гребенщиков, Афғанстан һуғышы ветерандарының район ойошмаһы етәксеһе И. И. Хәйризаманов, ДОСААФ етәксеһе А. Б. Хәкимов ҡатнашты. Улар егеттәргә тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеүҙәре өсөн рәхмәт белдереп, ныҡлы һаулыҡ, донъяларҙың имен тороуын теләне.
«Боевое братство» ойошмаһының урындағы етәксеһе Рузил Низаметдинов һәм уның урынбаҫары Салауат Хөснийәров ағымдағы йылда башҡарылған эштәр, пландар менән таныштырғандан һуң, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, бөгөн араларында булмаған ҡоралдаштарын иҫкә алып, мемориалға сәскәләр һалды.
С. У. Хөснийәров шулай уҡ ойошма эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуҙары, һәр ваҡыт ныҡлы терәк булыуҙары өсөн хәрби хәрәкәттәр ветерандарының тормош юлдаштарын тәбрикләп, «Боевое братство» исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы.